+6 °С
Болотло
Техниканы яҡшы белгән Азат ағайҙың донъяһы ла ялт итеп тора, Алтын ҡасабаһында ике ҡатлы йорт һалып ингән. Ул өйөндә зауыҡты үҙе булдыра, күҙҙең яуын алырлыҡ бүлмә гөлдәре, ишек алдында раузалар үҫтерә.Ҡатыны Гөлсирә Ғәйнислам ҡыҙы менән 31 йыл ғүмер итәләр. Улдары Дим һәм килендәре Гөлназ Азатовтар үҙ эшен булдырған. Халыҡ яратып эскән милли эсемлек—буҙа етештерә улар. Ҡыҙҙары Линара кейәүҙә, Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Иҙрисовтарҙың төп байлыҡтары—ейән-ейәнсәрҙәре Инсар, Мәликә, Булат һәм Сабир. Шуларҙың һәр уңышына ҡыуанып, шуларҙы яратып, баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәйҙәр.