АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Август 2022, 08:30

Баймаҡтарым ат йәнле!

Минең баймаҡтарым ат йәнле! Ысынлап та, беҙҙең яҡта элек- электән йылҡысылыҡҡа ҙур иғтибар бирелә.. Йылдан йыл ошо ат үрсетеү, атҡа бәйле сараларҙы үҫтереү өсөн мөмкинлектәр арта, киңәйә бара.. Шуға ла , Рәсәй кимәлендә беренсе тапҡыр "Башҡорт Аты" фестиваленең Баймаҡта үткәрелеүе осраҡлы түгел.Күңелде күтәрерлек, йөрәкте елкендерерлек ҙур байрам булды. Ат ярыштары көс һынашыу ғына түгел, ә халҡыбыҙҙың холҡон, эске күңел торошон да асып бирә. Сабыр, таһыл һәм етеҙ ярышсыларҙы һоҡланып ҡараныҡ...Дөрөҫөн әйткәндә, Һуңғы ваҡыт Баймаҡта барған күп ваҡиғалар шатландыра ғына.. Күренекле бейеү ҡуйыусы Йәүҙәт Бикбирҙинға таҡтаташ ҡуйылыуы,Башҡорт халҡының күренекле эшмәкәре Ғәбит сәсән Арғынбаевҡа һәйкәл асыу тантанаһы, Башҡорт Аты байрамы-был сараларҙың бөгөн әһәмиәте бик ҙур!Аңлаған, һанлаған һәр кем Баймағы менән ғорурланалыр тип уйлайым...

Баймаҡтарым ат йәнле!
Баймаҡтарым ат йәнле!

Яҡташтарымдың күңел торошон тойоп,матур йүнәлеш биреүсе , төрлө осраҡта ла халыҡты аңлап, тыңлап эшләгән,Башҡортостан республикаһының Премьер - министры урынбаҫары Азат Бадрановҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерәм!

 

Автор:Гульдар Кадаева