АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
30 Июль 2022, 15:10

"Баймаҡ аты" фестиваль сиктәрендә эшлекле "түңәрәк өҫтәл"дәр үҙ эшен башланы

Баймаҡ районының Граф күле биләмәһендә икенсе көн дауам иткән "Башҡорт аты" фестивале эшлекле шарттарҙа дауам итә. Бында йылҡысылыҡ хужалыҡтары һәм тоҡомсолоҡ репродукторҙары, зоотехниктар, генетика, селекция һәм аттарҙы тоҡомло үрсетеү өлкәһендәге ғилми берләшмә вәкилдәре ҡатнаша. Улар Башҡортостанда йылҡысылыҡ тармағын селекция һәм технологик яҡтан тәьмин итеүҙең мөһим мәсьәләләрен, был өлкәлә эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен, проблемаларҙы, шулай уҡ тоҡомдо камиллаштырыу юлдарын өйрәнә.

"Баймаҡ аты" фестиваль сиктәрендә эшлекле "түңәрәк өҫтәл"дәр үҙ эшен башланы
"Баймаҡ аты" фестиваль сиктәрендә эшлекле "түңәрәк өҫтәл"дәр үҙ эшен башланы

Эшлекле программа майҙансығының модераторы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов. Спикерҙар - ауыл хужалығы фәндәре докторы Ираида Әбубәкирова, "Толпар" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Рафаэль Сырлыбаев һәм башҡалар.

Әйткәндәй, сара алдынан йылҡысылыҡ һәм башҡорт тоҡомло аттарын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар араһында Баймаҡ районы эшҡыуарҙары, иң тәмле ҡымыҙ етештереүселәр - Денис Өмөтбаев, Фәнис Кәримов, Рафаэль Сырлыбаев һәм башҡалар бар.

 

Автор:Карима Усманова

Автор фотолары

Автор:Гульдар Кадаева