АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
30 Июль 2022, 20:40

Башҡорт атының тамырҙары тәрәндә

"БАШҠОРТ АТЫ" фестивале  Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя

Башҡорт атының тамырҙары тәрәндә
Башҡорт атының тамырҙары тәрәндә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Башҡорт аты” фестивале тураһында үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты:

-Бөгөн беҙ беренсе тапҡыр Баймаҡ районы биләмәһендә башҡорт атына арналған фестиваль уҙғарабыҙ. Уны сағыу итеп эшләргә тырыштыҡ. Программала ат сабыштары, милли спорт төрҙәре ойошторолған, бында боронғо кәсептәр менән дә танышырға, йылҡысылыҡ продукцияһын да тәмләргә мөмкин.

Ләкин бының менән бер рәттән был фестиваль – етди фәнни сара, унда үҙебеҙҙән һәм сит илдәрҙән әйҙәүсе ғалимдар ҡатнаша.  

 Төп маҡсат – спорт һәм производство йылыҡысылығы хәленә аналитика, тармаҡ проблемаларын тикшереү, тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү.

Тоғро дуҫ,  яуҙаш, хужалыҡта яҡшы ярҙамсы – былар барыһы ла беҙҙең башҡорт аты тураһында. Сыҙамлы,  әрһеҙ, ыңғай – ошондай сифаттар хас был тоҡомға. Был беҙҙең күсмә мәҙәниәтебеҙҙең мөһим өлөшө.

Аттарға һөйөү тамырҙары  менән кешелек цивилизацияһы барлыҡҡа килгән осорға барып тоташа.
 15-20 мең йыл элек билдәһеҙ рәссам Шүлгәнташ мәмерйәһе стеналарына аттарҙы төшөргән. Ат – башҡорт эпостарында батырҙың алыштырғыһыҙ юлдашы, башҡорт яугирҙәре - легендар 112 -се башҡорт кавалерия дивизияһы атлыларының һәм “төньяҡ амурҙарының” ышаныслы  яуҙашы  булған.

Башҡорттарҙа әлеге көндә лә атҡа иғтибар кәмемәй. Беҙҙең маҡсат – Башҡортостанда йылҡысылыҡ үҫешһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү.
 
Фото: Башҡортостан Башлығы сәхифәһенән.

Башҡорт атының тамырҙары тәрәндә
Башҡорт атының тамырҙары тәрәндә
Автор:Гульдар Кадаева