Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
30 Июль 2022, 10:25

Башҡорт атына дан йырлана

Бөгөн - 30 июль 10.00 сәғәттә Баймаҡ районының Граф күле биләмәһендә тәү тапҡыр башҡорт атына бағышланған «Башҡорт аты» фестивале уҙғарыла!Был сара башҡорт тоҡомон һаҡлауҙа беҙҙең ораныбыҙҙы ишетеүҙе раҫлай! Башҡорт атын бергәләп ҙурларға, бөтә донъяға танытырға тейешбеҙ! Фестивалгә барығыҙҙың да барыуығыҙ һорала! Күрше төбәктәр беҙҙең аттарҙы үҙ итмәҫ! Берҙәмлектә көс!Шулай уҡ был сарала иң ҙур атлы парад буласаҡ! Меңгә яҡын ҡатнашыусы! Иҫ китмәле күренеш булмаҡсы! Килегеҙ! Ҡатнашығыҙ! Көрәшегеҙ! Ятып ҡалғансы- атып ҡалығыҙ!Башҡаларға ла оран һалығыҙ!

Башҡорт атына дан йырлана
Башҡорт атына дан йырлана

“Башҡорт аты” фестивалендә «Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү» — был мәсьәлә ғалимдарҙы, ат етештереүселәрҙе, уларҙың хужаларын «түңәрәк өҫтәл»гә йыясаҡ. Сараны «Башҡорт аты» фестивале нигеҙендә бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойоштора.

Фекер алышыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡалмыҡ Республикаһы етәксеһе Бату Хасиковтың ҡатнашыуы көтөлә – ике төбәк өсөн дә аттарҙың уникаль тоҡомон һаҡлау мәсьәләһе үтә көнүҙәк.

Башҡорт тоҡомло аттарҙы үҫтереүҙәге проблемаларҙың береһе – уларҙың аҙ файҙаланылыуы һәм иҫәпләү мәсьәләһе.

Автор:Гульдар Кадаева