Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
30 Июль 2022, 16:00

“Башҡорт аты” республика фестивале сиктәрендә уҡ атыу буйынса «Мәргән уҡсы» төбәк-ара ярышы ойошторолдо

Был юлы бәйгелә 100-гә яҡын уҡсы ҡатнаша. Башҡортостандан тыш, Ҡалмыҡ Республикаһынан, Пермь, Силәбе, Әстрхан, Омск өлкәләренән, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан мәргән уҡсылар бик күп. 

“Башҡорт аты” республика фестивале сиктәрендә уҡ атыу буйынса «Мәргән уҡсы» төбәк-ара ярышы ойошторолдо
“Башҡорт аты” республика фестивале сиктәрендә уҡ атыу буйынса «Мәргән уҡсы» төбәк-ара ярышы ойошторолдо

Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Учалынан Нилә Исламова, Зөһрә Сәфәрғолова, Баймаҡтан Раушания Сабитова, Сәлимә Рахманғолова, Әбйәлилдән Лилиә Низаметдинова, Үрге Нуғайҙан Гөлгенә Ҡолһарина һ.б. бар тамашасыларҙы ике көн дауамында мәргәнлеге менән таң ҡалдырҙы.

Ир-егеттәр араһында ла оҫта мәргәндәр бик күп. Сибай ҡалаһынан исеме бөтә республикаға ғына түгел, унан ситтә лә билгеле мәргән уҡсы Хөрмәт Таһиров, Урал Кирәев һәм башҡалар ут сойорғотоп ярыша.

“Башҡорт аты” республика фестивале сиктәрендә уҡ атыу буйынса «Мәргән уҡсы» төбәк-ара ярышы ойошторолдо
“Башҡорт аты” республика фестивале сиктәрендә уҡ атыу буйынса «Мәргән уҡсы» төбәк-ара ярышы ойошторолдо
Автор:Гульдар Кадаева