Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
30 Июль 2022, 17:00

Ҡайһы аттар шәберәк – башҡорттарҙыҡымы әллә ҡаҙаҡтарҙыҡымы?

“Шулай ҙа ҡайһы аттар шәберәк – башҡорт тоҡомломо әллә ҡаҙаҡтарҙыҡымы?”-тигән һорау Колғанат йылмайып: “Икеһе лә шәп. Әлбиттә, беҙ үҙебеҙҙекеләргә өйрәнгәнбеҙ. Шулай ҙа башҡорт һәм ҡаҙаҡ элек-электән бер-береһенә алыш-биреш итә. Боронғо замандарҙа бер-береһенең өйөр-өйөр аттарын да ҡыуып алып киткән, һылыу ҡыҙҙарын да урлаған. Был осраҡлы түгел бит”,-тине.

Ҡайһы аттар шәберәк – башҡорттарҙыҡымы әллә ҡаҙаҡтарҙыҡымы?
Ҡайһы аттар шәберәк – башҡорттарҙыҡымы әллә ҡаҙаҡтарҙыҡымы?

“Беҙҙә адай һәм джабе тоҡомло аттар таралған. Уларҙы тәүгеһе һыбай сабырға, ярыштар өсөн бик шәп. Джабелар иһә ит һәм һөт-ҡымыҙ өсөн тотола. Улар менге ярыштарына бармай. Уның ҡарауы ашауға талымһыҙ, бөтә шарттарға ла яраҡлаша алалар.

Башҡорт тоҡомло аттарына бик тә һоҡланабыҙ. Сөнки улар бөтә шарттарға ла тиҙ яраҡлаша. Өҫтәүенә, бик етеҙҙәр һәм шәптәр. Башҡорт айғырҙары тураһында беҙҙең ҡаҙаҡ далаларында легендалар йөрөй. Һеҙҙең республика Башлығы Радий Хәбировтың нәҡ башҡорт атына бағышланған сара үткәреүе оло маҡтау һәм хуплауға лайыҡ Сөнки һәр милләт ҡото һәм тарихы булған аттарының тоҡомон һаҡлауға һәм үҫтереүгә көс һалырға тейеш. Был йәһәттән башҡорттар маҡтауға лайыҡ. Әгәр бындай фестивалдәр Башҡортостанда киләсәктә лә үткәрелһә шәп булыр ине. Беҙ мотлаҡ тағы киләсәкбеҙ”,-тине фестивалдә ҡатнашыусы ҡаҙаҡ егете Колғанат Жубаниязов.

“Шулай ҙа ҡайһы аттар шәберәк – башҡорт тоҡомломо әллә ҡаҙаҡтарҙыҡымы?”-тигән һорау Колғанат йылмайып: “Икеһе лә шәп. Әлбиттә, беҙ үҙебеҙҙекеләргә өйрәнгәнбеҙ. Шулай ҙа башҡорт һәм ҡаҙаҡ элек-электән бер-береһенә алыш-биреш итә. Боронғо замандарҙа бер-береһенең өйөр-өйөр аттарын да ҡыуып алып киткән, һылыу ҡыҙҙарын да урлаған. Был осраҡлы түгел бит”,-тине.

ГҮЗӘЛ САЛИХОВА.

АВТОР ФОТОҺЫ.

Автор:Гульдар Кадаева