Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Июль 2022, 10:50

Бөгөн "Башҡорт аты" фестивале башлана

Билдәле булыуынса, 29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» фестивале үтә. Сараның программаһы бик бай. Иң сағыу тамашаланының береһе -- «Күк бүре»- «Ылаҡ» башҡорт халыҡ уйыны булмаҡсы, сөнки башҡорттарҙың малдарға һөжүм иткән бүрегә һунарға сығыуы ошо бәйгенең тамырҙары менән тоташтыра. Фестивалдә ҡатнашыусылар команда менән эшләү оҫталығында көс һынашасаҡ. Был боронғо уйын башҡорттарҙың ғына түгел, ә Үҙәк Азия халыҡтары мәҙәниәтенең бер өлөшө булып тора, ул шулай уҡ Афғанстанда, Пакистанда, Ҡытайҙа, Төркиәлә, Монголияла киң таралған. *

Бөгөн "Башҡорт аты" фестивале башлана
Бөгөн "Башҡорт аты" фестивале башлана

Проектта ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы шулай уҡ традицион ат-спорт ярыштары, башҡорт халыҡ уйындары, «Бәйге» ат сабышы, «Ауҙарыш», иң яҡшы ат йөрөтөүсе «Тай-тулаҡ» ярыштары, күпбәйге буйынса ярыштар ойоштороласаҡ. Бынан тыш, проект сиктәрендә уҡтан атыу буйынса «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале ойошторола. Тамашасылар шулай уҡ Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үтәсәк ҙур ат парадына шаһит буласаҡ.

Ҙур майҙансыҡ этник тематикаға бүленәсәк, төрлө күргәҙмәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк. Бынан тыш, художество кәсептәре оҫтаханалары, ат егеү кәрәк-ярағы һәм ат егеү кәрәк-яраҡтары әҙерләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр ҡатнашлығында конкурс уҙғарыла. Ижади ярыш «Иң яҡшы ҡайыштан сбруй оҫтаһы», "Аттың өҫтөнә ябыу өсөн «Сергетыш» оҫтаһы», "Башҡорт аттары араһында «Бәйге» иң яҡшыһы» номинацияларында уҙа.

Форум эсенә эшлекле программа ла индерелгән. Фестивалдең һуңғы көнөндә ҙур концерт була. Сарала ҡатнашыусыларҙы  Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Арғымаҡ» этно-төркөмө, Зәлиә Бәхтиева, Иҙел Аралбаев һәм Әлфиә Ниғмәтуллиналарҙың сығыштары, "Splash" барабан шоуы, «Дәрүишхан» рок төркөмө, «Йатаған» этно-төркөмө ҡатнашлығында сағыу концерт көтөлә.

Бөгөн "Башҡорт аты" фестивале башлана
Бөгөн "Башҡорт аты" фестивале башлана
Автор:Гульдар Кадаева