Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
4 Июль 2022, 15:05

Өс көн ял итәбеҙ

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Ҡорбан байрамы уңайынан оҙайлы ялдар һәм ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә Ҡорбан байрамы уңайынан киләһе эш аҙнаһы ҡыҫҡа була. Дүшәмбе, 11 июлдә, беҙҙе өҫтәмә ял көнө көтә. Быйыл Ҡорбан байрамы шәмбе, 9 июлгә, тура килә. Шуға бәйле ул дүшәмбе, 11 июлгә, күсерелә. Шулай итеп, республикала биш көнлөк эш аҙнаһында 9, 10 һәм 11 июль — ял көндәре. Йома, 8 июлдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.  

Өс көн ял итәбеҙ
Өс көн ял итәбеҙ

9 июлдә Ҡорбан байрам көндө Сибай ҡалаһының “Башҡорт аҙыҡ-түлектәре” йәмғиәте биләмәһендә (Сельхозтехника урамы, 18/1 «Газпром» бинаһы яғынан) мал салырға һәм ҡорбанлыҡ һатып алырға мөмкин. Бер баш малды салдырыу 600 һум торсаҡ.

Ҡорбанлыҡты 9 июлдән алып 11 июлгә ҡәҙәр һатып алырға һәм салдыртырға була. Махсус майҙансыҡ 9 июль 08.00-18.00 сәғәттәрҙә, 10-11 июлдә 09.00-18.00 сәғәттәрҙә эшләй.

Белешмәләр өсөн телефон: +7 (34775) 5-79-07 (ГУ «Сибай ҡала ветеринария станцияһы»).

 

Автор:Гульдар Кадаева