АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Июль 2022, 09:50

Иҫке Яҡуп ауылындағы "Һаумыһығыҙ ауылдаштар" байрамы тураһында тәҫъораттарым менән бүлешәһем килә

Эш сәфәре менән Башҡортостандан ситтә булыуға ҡарамаҫтан, эҫе мәлендә 25 июндә үткән Йылайыр районы, Иҫке Яҡуп ауылындағы "Һаумыһығыҙ ауылдаштар" байрамы тураһында тәҫъораттарым менән бүлешәһем килә. Бик матур атмосферала һәм юғары кимәлдә уҙҙы ул, ике йыл элек планлаштырылған һәм төрлө сәбәптәр арҡаһында кисектерелеп килгән БАЙРАМЫБЫҘ! Быйыл ҡара яҙҙан Иҫке Яҡуп ауылында йәшәгәндәр менән берлектә, ошо ауылдан сыҡҡан яҡташтар Яҡуп, ЯпарҺаҙ, Матрай, Аҡморон, Йылайыр, Сибай, Хәйбулла, Баймаҡ, Салауат, Өфө, Силәбе, Мәскәү, Себер һәм башҡа тарафтарҙан килеп ауылды һәм ауыл тирәһен, зыяратты таҙартып, йыйыштырып, аҙнаһына ике тапҡыр өмә үткәреп ныыыҡ итеп әҙерләнделәр был сараға. Был урында мин әлбиттә Матрай ауыл биләмәһе етәксеһе Илмир Салауат улы Йәрмөхәмәтовтың шул тиклем әүҙемлек күрһәткәнен эйтеп үтмәй булдыра алмайым. Мин бығаса ла етәкселәрҙең әүҙемлегенә хайран ҡала инем, әммә Илмир Салауат улы халыҡ алдында үҙенең намыҫлы һәм тырышлығын тағы ла иҫбатланы тип әйтер инем. Көнө-төнө, ял белмәй эшләне ул. Хайран ҡалырлыҡ егет! Эйе, Хәлит Вәлиша улы ауыл биләмәһендә эшләгән осорҙа ла матур сараларҙа тырышлыҡ һәм ихласлыҡ булғанын әйтеп үтер кәрәк. Рәхмәт! Афарин егеттәр!

Иҫке Яҡуп ауылындағы "Һаумыһығыҙ ауылдаштар" байрамы тураһында тәҫъораттарым менән бүлешәһем килә
Иҫке Яҡуп ауылындағы "Һаумыһығыҙ ауылдаштар" байрамы тураһында тәҫъораттарым менән бүлешәһем килә

Беҙҙең ошондай рухлы ир аҫылдарыбыҙ булғанда, халҡыбыҙ йәшәр, бирешмәҫ тип ышанабыҙ!
Был сарала ауылдың халыҡ уҡытыусыһы Илһам Сйетбатал улы Мәҡсүтовҡа таҡтаташ, легендар Таштуры ҡаяһында мәшһүр ҡурайсыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтов иҫтәлегенә һәм халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы ҡурайға арнап һәйкәл асылды. Иҫке Яҡуп ауыл мәсетендә аҙан әйтеп, килгән мәртәбәле ҡунаҡтар менән асып ебәрҙеләр тантаналы өлөшөн. Шуны әйтергә кәрәк, "ашаған белмәй, тураған белән", тигән әйтем дә бар һәм урыҫса "по любому будут говорить" тигәне лә ошо мәҡәләне уҡығандарға аңлашылыр тим. Унан һуң сәнғәттә, мәҙәниәттә, массалар менән эш иткәндә, сәхнә тормошонда үҙ "кухняһы" була. Уны күптәр белмәй һәм белергә лә тейеш түгелдер...
Шәхсән минең үҙемә ошо сараға арнап йыр ижад итергә тура килде шөкөр. Минең һүҙҙәргә талантлы, моңло егетебеҙ Рәмил Туйсин көй яҙҙы. Ваҡыт бик тар булыу сәбәпле, аранжировканы тиҙләтеү өсөн яҡташтар чатына мөрәжәғәт иткәс, һәләт кенә ярҙам ҡулы һуҙып, йыр байрам көнөнә эшләнеп тә өлгөрҙө.
Йырҙы башҡарған ҡыҙҙарға айырым рәхмәтем!
Мин үҙем һәммәһенә лә бик ҙур рәхмәтлемен! Һәм әлбиттә Рәмил Туйсинға, Басир Марат улы Шәриповҡа оло хөрмәтем! Ауыл тип янып йөрөгәндәрҙең береһе Баймаҡ районы, Аҡморон ауылында йәшәүсе Фәүес еҙнәй Исламғоловҡа айырым рәхмәтем!
Ғөмүмән, ошо байрамды үткәреүгә күп көс, ваҡыт сарыф иткән һәр береһенә айырмайынса һәм әлбиттә район етәксеһе Борис Николаевич Мелкоедовҡа, уның командаһына, алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән әртистәргә олонан оло рәхмәттәрем!!!
Берҙәм булайыҡ! Бергә булайыҡ!
Донъяларыбыҙ тыныс, илдәребеҙ имен торһон!

Мәрйәм Зәкирйәнова.

Иҫке Яҡуп ауылындағы "Һаумыһығыҙ ауылдаштар" байрамы тураһында тәҫъораттарым менән бүлешәһем килә
Иҫке Яҡуп ауылындағы "Һаумыһығыҙ ауылдаштар" байрамы тураһында тәҫъораттарым менән бүлешәһем килә
Иҫке Яҡуп ауылындағы "Һаумыһығыҙ ауылдаштар" байрамы тураһында тәҫъораттарым менән бүлешәһем килә
Иҫке Яҡуп ауылындағы "Һаумыһығыҙ ауылдаштар" байрамы тураһында тәҫъораттарым менән бүлешәһем килә
Автор:Гульдар Кадаева