Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
27 Июнь 2022, 09:55

Күсейҙәр осрашты

Илебеҙҙең совет осоронда Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылынан күсеп килгән кешеләр тарафынан барлыҡҡа килгән һәм ҡырҡ йыл (1927-1962) тирәһе генә ауыл булараҡ йәшәп ҡалған Күсей ауылынан сыҡҡан кешеләр, инде күптән инде мәрхүм булған ошо ауыл кешеләренең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ауыл урынында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамына йыйылды. Ауыл ҡыҫҡа ғына ғүмерле булһа ла 20 нән ашыу кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, 15-ләп кеше золом ҡорбандары булған. Заманында Бәләкәй Әбеш (Төрткән) ауылы менән бергә "Сәлихйән" колхозын барлыҡҡа килтергәндәр. Ауылда Рәшитов, Илембетов, Әбделмәнов, Хәкимов, Торошов, Бүкәнбаев, Ибраһимов һәм башҡа фамилилиялы кешеләр йәшәгән.

Күсейҙәр осрашты
Күсейҙәр осрашты

 Ауыл бөткәстә Әбештәр был урынды ташламағандар- колхоз малдары өсөн йәйге лагер эшләгәндәр сөнки бында киң көтөулектәр, таҙа һыулы гөрләп аҡҡан Ҡатралы һәм теште ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыулы тау шишмәһе Соңғор аға. Еләк-емештә бында ҡутарылып уңа. Ошо Ҡатралы йылғаһы буйында ғына 3-4 һыу тирмәне эшләп торған. Ауылда күберәк дини кешеләр йәшәгән, мәсет булмау сәбәпле улар йома һайын Оло Арыҫланғол (Сик) мәсетенә йөрәгәндәр, Сиккә йөрөгән юлдары бөгөндә һаҡланған уны "йома юлы" тип, йөрөтәләр. Оҙаҡ йылдар ауылдың тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар булманы, һуңғы йылдарҙа сығыштары ошо ауылдан булған Урал Илембетов һәм Фәттәх Илембетовтар уны күтәреп сыҡтылар. Үткән йыл тамырҙары Күсей менән бәйләнгән, тарихҡа, үткәндәргә битараф булмаған кешеләр тарафынан ауыл урынына стелла, Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм золом ҡорбандарына арнап таҡтаташ ҡуйылды.
Күсейҙәрҙең йыйынына район хакимиәте башлығы Р.Д.Шәриповта килде һәм ошо сараны ойоштороуҙа әуҙем ҡатнашҡан Урал Илембетов, Далха Рәшитов, Әхәт Илембетов, Илдар Илембетов, Зөфәр Хәкимовтарға Рәхмәт хаттары тапшырып китте.
Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Т.М.Юнысов сараны асып килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләгәндән һуң "Һаҡмар" колхозының алдынғы һауынсылары, яҙмыштары ошо Күсей менән тығыҙ бәйләнгән Вәлимә Ҡыҙрасова, Фәриғә Илембетова һәм Фәузиә Илембетоваларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ғүмерҙәренең күп өлөшөн һауынсы булып эшләгән Хәкимә инәй Хәкимова, Зарифа Илембетоваларҙыңда исемдәре телгә алынды.
Һәр ара сәхнәгә саҡырып сығарылды һәм үҙ тарихы менән менән таныштырып алып килгән сәхнә күстәнәстәрен ҡарап ултырыусыларға бүләк итте. Ойоштороусыларға оло рәхмәттәрен еткерҙеләр.
Оло Әбеш ауылы мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Нәсимә Ибраһимова етәкселегендәге Әбеш ауылының һәуәҫкәр әртистәре -алып барыусылар Алтынай Юнысова, Ғәзинур Ҡыҙрасов, бейеусе Фәрҙиә Кускилдина, йырсылар Дамир Исмәғилов, Морат Ибраһимов, Вәлимә Ҡыҙрасова йырсы һәм ҡурайсы Фәнзил Ибраһимов, Вәзәм егеттәре Илсур Хунафин, Илсур Сурин һәм уларҙың етәксеһе Гөлназ Суриналарға, тирмәне, сәхнәне килтереп ҡуйыусы Йыһангир Ҡыҙрасов һәм Йыһанур Теүәлбаевтарға һәм дежурҙа булған фельдшер Рәйсә Кускилдина менән тиҙ ярҙам машинаһы шоферы Сәлимйән Мөхәмәтовтарға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Афариндар!

Оло ихтирам менән күсейҙәр.

Автор:Гульдар Кадаева