Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
19 Июнь 2022, 09:45

Осрашайыҡ Иҫке Яҡупта

Ситтә йәшәһәк тә тыуған ауылыбыҙ -- Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылын бер ваҡытта ла онотҡаныбыҙ юҡ. Күмәкләшеп мәсетебеҙҙе тергеҙҙек, зыяратты тәрбиәләп торабыҙ, байрамдарҙы бергәләп үткәрәбеҙ. Ауылдаштар менән күптән һөйләшеп ҡуйылған, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында кисектерелеп киленгән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!»байрамын быйыл, ниһәйәт, 25 июндә үткәрергә йыйынабыҙ. Рәхим итегеҙ сараға! 

Осрашайыҡ Иҫке Яҡупта
Осрашайыҡ Иҫке Яҡупта

Байрамдар

Осрашайыҡ Иҫке Яҡупта

Һәр ауылдың тарихы булған кеүек, Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылының да үҙ тарихы бар. Тарихсылар Яҡуп ауылының барлыҡҡа килеүен 1842-1850 йылдар араһы менән билдәләй. 175-180 йыллыҡ тарихы булған ауылға нигеҙ һалыусы булып, улар раҫлауынса, Түңгәүер ырыуы башҡорто Яҡуп Мәҡсүтов тора.

Яҡуп ауылының барлыҡҡа килеүе, Яҡуп Мәҡсүтовтың шәжәрәһе һәм башҡа материалдар «Тангаур.История башкирских родов»тигән китапта ентекләберәк яҙылған.

Шуны ғына әйтеп үтергә кәрәк,үҙ тарихында Яҡуп ауылы, уның халҡы күп кенә үҙгәрештәр кисерә,яҙмыштарға дусар була. 1920 йылдар аҙағында ерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында бер төркөм ауыл кешеләре, айырылып,яңы ауылға нигеҙ һалалар. Уны Яңы Яҡуп тип исемләйҙәр.Шулай итеп,беҙҙең ауыл Иҫке Яҡуп исемендә ҡала.

Өлкән быуын кешеләре--һәр ауылдың тере тарихы.Тере саҡтарында уларҙың хәтирәләрен яҙып алып ҡалып киләһе быуындарға еткереү--беҙҙең бурыс.

Ауылыбыҙҙың өлкән быуын кешеләренең береһе әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһында йәшәүсе Зөбилә апай Мәҡсүтова.Туҡһан йәште үтеүенә ҡарамаҫтан, уның хәтере бик һәйбәт.Мәҫәлән, һуғыш йылдарында Иҫке Яҡуп ауылы мәктәбендә кемдәр уҡытҡанын хәҙер ҙә иҫләй. Хатта уларҙың сығышы менән ҡайһы ауылдан икәнен дә онотмаған. Хәҙерге ваҡытта Япарһаҙ ауылында йәшәгән Рауил ағай Вәхитов сиҙәм күтәреү осоро тураһында бик күп хәтирәләр һаҡлай, Борай районынан беҙҙең ауылға күсеп килеүселәрҙе исем-фамилияһы менән иҫләй. Уның һөйләүенсә, уларҙы ауылға бригадир булып эшләп йөрөгән ҡурайсы Ишҡәле Дилмөхәмәтов вербовать итеп, поездға ултыртып алып килгән.

Бөйөк Ватан һуғышына Иҫке Яҡуптан 40 ир-ат китеп, шуларҙың 23 генә әйләнеп ҡайтҡан.Батырлыҡтары өсөн Илһаметдин Мәҡсүтов I дәрәжә «Ватан һуғышы»ордены, «Хәрби батырлығы өсөн»миҙалы, Янмырҙа Дилмөхәмәтов «Ҡыҙыл Йондоҙ»,Шәрифйән Шәрипов III дәрәжә «Дан»ордендарына лайыҡ булған. Әхмәҙей Мәҡсүтов та күкрәгенә«Ҡыҙыл Йондоҙ»ордены һәм хәрби миҙалдар тағып ҡайта.Һуғыштан һуң Юғары партия мәктәбен тамамлап,төрлө юғары вазифаларҙа эшләй. Илһаметдин Мәҡсүтов, һуғыштан яраланып ҡайтҡас, ғүмер буйы ,хаҡлы ялға сыҡҡансы, ауылда балаларға белем бирҙе. Янмырҙа Дилмөхәмәтов , оҫта ҡуллы төҙөүсе булараҡ, һуғыштан һуң яңы тормош төҙөүҙә арымай- талмай эшләне.

Тылдағы халыҡтың Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн хеҙмәте үҙе бер ҡаһарманлыҡ. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ауылдарҙы тергеҙеү, илебеҙҙе көрсөктән сығарыу тап шул ауылдаштарымдың иңенә төштө бит. Тап шул быуын кешеләре бөтә көсөн, бар һәләтен һалып, үҙ-үҙен аямай тырышып эшләне, башҡарған һәр бурысына үтә лә талапсан һәм яуаплы ҡараны.

Ауылдың яңы тарихы үткән быуаттың илленсе йылдарынан һуңғы беҙҙең быуындың да иҫендә. Ни тиклем ауыр булмаһын, атай-әсәйҙәр тырышып эшләне, тормош рәтләнер тип ышанып йәшәне. Балалар үҫтерҙеләр, уҡытырға тырыштылар. Ауылдағы һәр ике ғаиләнең береһендә биш һәм унан да күберәк бала үҫте. Ә өс әсә Герой-әсә исеменә лайыҡ булды. Улар: Мәҡсүтова Шәмсиһан,Байбаҡтина Әлимә,Таҡалова Мәрйәм. Шул балаларҙың уйнағанына Түш урманы, Таштур ҡаяһы яңғырап торҙо. Йәштәрҙең клубта таҡмаҡҡа, гармунға бейеүҙәре, трактор арбаһына, йә аттарға тейәлеп, улар булмаһа йәйәү күрше ауылдарға концертҡуйырға йөрөүҙәр матур иҫтәлектәр булып ҡалды.

Беҙҙең ауыл тракторсылары күрше Япарһаҙға йөрөп эшләне. Ҡыш көнө улар техникаларын һыу буйына ҡуйҙы. Иртәнсәк мәкенән һыу алып, ҙур һауытҡа тултырып, эҫетеп, «тимер аттарын» тоҡандыра. Тракторҙарҙың «тра-та-та-та»тип иртәнге тынлыҡты боҙоп Таштурҙы ғына түгел, бөтә ауылды уятыуы беҙҙең күңелдә аңлата алмаҫлыҡ матур бер музыка булып хәтергә һеңгән.

Ферма эшселәренә лә еңелдән булманы. Бигерәк тә ҡышын. Балта менән сабып силос асалар, һәнәк менән соҡоп сығарып бесән тейәйҙәр. Шуға ла уларҙың һәнәк һабы- бер яҡҡа, ә үҙҙәренең ҡул бармаҡтары икенсе яҡҡа кәкерәйеп бөткән ине.

«Яҡуп әрмәндәре»-үҙе бер тарих.

Беҙ бала саҡта, яҙ булһа, беҙҙең яҡҡа ялланып берәй нәмә төҙөргә әрмәндәр килеп тула торғайны. Иҫләүемсә,халыҡ уларҙы «ҡара ҡарғалар»тип йөрөттө. Һарыҡ малы күбәйеп киткәс, Иҫке Яҡупта ла ҙурыраҡ яңы һарай төҙөү ихтыяжы килеп тыуа. Ауыл халҡы, әрмәндәргә бирмәй, үҙҙәре эшләргә ҡарар итә. Урман араһында ятһаҡ, әлбиттә, ағастан төҙөрҙәр ине. Ләкин анауынса таш барҙа...Һәм эш башлана. Ир-егеттәр Таштурҙан таш сығара. Ауыл ҡатындары, шул ташты теҙеп, һарайҙың стенаһын күтәрә. Ус аяһындай ғына, йәки сеүәтә ҙурлыҡ ҡына түгел ине бит ул ир-егеттәрҙең сығарған таштары. Нисек көстәре еткән?! Аяғына төшһә, йәки бармаҡтары ҡыҫылһа...Нисек түҙҙеләр икән?!

Шундай ауыр шарттарҙа эшләп, һаулыҡтары ҡаҡшап, бик иртә «китеп бөттө»беҙҙең ағай, атай, олатайҙар, апайҙар һәм әсәйҙәр. Үкенесле.

Эйе. Тора-бара ауылға таш юл да һалынды, яңы клуб төҙөлдө...биш йыл һайын Ишмулла көндәре үткәрелә. Әммә гөрләп торған тормош юҡ инде ауылда. Иң ҙур проблема-эсәр һыуҙың булмауы. Эш бөтөп, мәктәп ябылып, эсәр һыуҙың да булмауы--халыҡтың ауылдан китеүенең иң төп сәбәптәре.

Шулай ҙа, инде бөтөнләй бөтөрмө икән ни тип һыҙланһаҡ та, бөтмәне ауылыбыҙ! Бөтөрмәне уны Ринат һәм Сәрүәр Исҡужиндар, Юлай һәм Зөһрә Мәҡсүтовтар, Әнүәр һәм Гәүһәр Мәҡсүтовтар, Әхәт мәрхүм һәм Гөлнара Исламғоловтар, Шәһит Хәсәнов менән Мәйсәрә Сәмерханова, Вәкил һәм Гөлсинә Исҡужиндар, Сөмбөл Ҡотоева һәм иң өлкән ауылдашыбыҙҙың береһе--Фәүзиә Исламғолова. Уларға сыҙамлылыҡтары,сабырлыҡтары, тыуған ерҙәренә тоғролоҡтары өсөн рәхмәттәр әйтеп бөткөһөҙ.

Ситтә йәшәһәк тә, беҙ ҙә онотманыҡ ауылыбыҙҙы. Күмәкләшеп мәсетебеҙҙе тергеҙҙек, зыяратты тәрбиәләп торабыҙ, байрамдарҙы бергәләп үткәрәбеҙ.

Ауылдаштар менән күптән һөйләшеп ҡуйылған, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында кисектерелеп киленгән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!»байрамын быйыл, ниһәйәт, 25 июндә үткәрергә насип булды! Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйем. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ.

Рәүес Исламғолов, Баймаҡ районы, Аҡморон ауылы.

Һүрәттәрҙә: 1.Бына улар--«Яҡуп әрмәндәре».1968 йылғы фото.

2.Ауылдан бер күренеш.

Осрашайыҡ Иҫке Яҡупта
Осрашайыҡ Иҫке Яҡупта
Автор:Гульдар Кадаева