АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Июнь 2022, 11:15

БӘХЕТЛЕ БАЛАСАҠ

Һеҙ һүрәттә күргән ике ҡыҙсыҡ Баймаҡ районы Ғүмәр ауылында йәшәй. Улар—апалы-һеңлеле Зөлхизә менән Юлиә Замановалар.

БӘХЕТЛЕ БАЛАСАҠ
БӘХЕТЛЕ БАЛАСАҠ

Һеҙ һүрәттә күргән ике ҡыҙсыҡ Баймаҡ районы Ғүмәр ауылында йәшәй. Улар—апалы-һеңлеле Зөлхизә менән Юлиә Замановалар. Икеһе лә ауылдың балалар баҡсаһына йөрөй. Зөлхизәгә—5, Юлиәгә 3 йәш. Ҡыҙҙар һүрәт төшөрөргә, матур итеп шиғыр ятларға, йәнһүрәт ҡарарға ярата. Аталарына эйәреп ҡырға йылҡы ҡарарға ла сығалар икән, ә өйҙә саҡта әсәләренә ярҙам итеп, ҡустылары Батырхандың янынан китмәйҙәр. Айырыуса Зөлхизә: «Мин ҙур, мин апай»,—тип һәр эште үҙе эшләп маташа. Ә Юлиә йыр-бейеү ярата, йырсыларҙы эләкләп йырлауы, көй ыңғайына бейеп китеүе үҙенә килешеп тора!

Бәләкәстәрҙең ата-әсәһен ҡыуандырып аҡыллы, иманлы булып иҫән-һау үҫеүҙәрен, киләсәктә халҡыбыҙға, илебеҙгә кәрәк шәхес булыуҙарын теләйбеҙ! Баласағығыҙ—бәхетле, алда килер көндәрегеҙ яҡты булһын, балалар!

Автор:Резеда Валиева