АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
27 Май 2022, 15:45

Һәр бүләктең була һебәһе...

Бүләктәрҙең һебәһен ҡайтарыу өсөн 7 төп алмағас һатып алдыҡ һәм Гөлзифаның класташтарына тәғәйенләнек. Шулай итеп, мәктәп баҡсаһына Азалия, Алһыу, Ишморат, Гөлзифа, Нәркәс, Сәлимә һәм Рәсим исеменән 7 алмағас ултыртылды.

Һәр бүләктең була һебәһе...
Һәр бүләктең була һебәһе...

Бүләктәрҙең була кәттәһе, әммә һәр бүләктең була һебәһе...
Башҡорт халҡының матур йолалары бик күп. Шуларҙың берәүһе бүләккә ҡаршы бүләк биреү. Ололар уны "һебә" тиҙәр. "Берәйһе һиңә яулыҡ ябындырһа, уға яуап итеп энә булһа ла бирергә кәрәк",- тип өйрәтәләр. Күптәр ошо йоланы тота. Мәҫәлән, мин ағас, сәскә, еләк үҫентеләрен бушлай бирәм тиһәм дә, бер кем дә буш ҡул менән килмәй. Сәй, кәнфит кеүек күстәнәсен тотоп килә барыбер. Был йоланы тотоу ҡаныбыҙға һеңгән, тимәксемен инде.
Бөгөн беҙ, Юлдашбаевтар ғаиләһе, ниәтләп ошо йоланы атҡарҙыҡ. "Һуңғы ҡыңғырау" байрамында ҡыҙыбыҙға ауыл хакимиәтенән дә, эшҡыуарҙарҙан да, уҡытыусыларҙан да бүләктәр килеп төштө. Ошо бүләктәрҙең һебәһен ҡайтарыу өсөн 7 төп алмағас һатып алдыҡ һәм Гөлзифаның класташтарына тәғәйенләнек. Шулай итеп, мәктәп баҡсаһына Азалия, Алһыу, Ишморат, Гөлзифа, Нәркәс, Сәлимә һәм Рәсим исеменән 7 алмағас ултыртылды.
Алмағастарҙы ултыртышыу өсөн Ғәҙелшин Акрам Абрар улы һәм Йәрмөхәмәтов Фәннүр Тәлғәт улы ла килеп еттеләр. Инде ағастарыбыҙ матур итеп үҫеп китһен, киләсәктә тәмле алмалары менән ҡыуандырһын тип теләргә генә ҡала😍

Миләүшә ЮЛДАШБАЕВА.
БАЙМАҠ РАЙОНЫ ЯРАТ АУЫЛЫ.

Автор:Резеда Валиева