АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
26 Май 2022, 15:55

Ер сиге (28 май - сик буйы һаҡсылары көнө)

  Әҙәби осрашыу мәлендә бер бала миңә шундайыраҡ һорау бирҙе:        - Һеҙҙе сит илдә йәшәргә саҡырһалар китер инегеҙме?        - Ҡайҙа ғына китәйем. Мин сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем, әгәр китеп барһам еребеҙҙе кем һаҡлар һуң?! – тип яуап бирҙем.       Миңә ошо ерҙә йәшәргә яҙған, йәшәргә һәм уны һаҡларға, миңә генә түгел, һеҙгә лә, бөтәбеҙгә лә!  

Ер сиге (28 май - сик буйы һаҡсылары көнө)
Ер сиге (28 май - сик буйы һаҡсылары көнө)

      Эмиль Лотянуның “Табор уходит в небо” кинофильмдағы сиған ҡыҙы Рада былай ти: “Впереди дорога, только дорога, а я иду по ней на край света, чтобы потом возвращаться...” Эйе, тормош һуҡмаҡ, һәм ул һәр саҡ ер сигенә ҡарай йүнәлгән һәм көллө әҙәм балаһын шунда табан илтә.

       Йәш саҡта шулай бит инде ул, һәммәбеҙҙең ана шул ер сигенә йүнәлеп, уны күреп, ситендә баҫып торғоһо килә. Сиктең теге яғында ниндәйерәк икән йәшәү, белһәң ине?..

     Әрме сафына барырҙан алда беҙҙең бер нисәүбеҙҙе ныҡлап тикшергәндән һуң (медицина тикшереүе һөҙөмтәһе, ҡылыҡһырлама, башҡа ҡағыҙҙар), ҡулыбыҙға сик буйында хеҙмәт итергә хоҡуҡ биргән путевка тотторҙолар. Йәшел фуражка кейгән, эт менән йәнәш торған сик буйы һаҡсыһының төҫлө фотоһы төшөрөлгән йүнәлтмә бик тә матур, күҙҙе ҡыҙҙырғыс ине. Комиссиянан сығыу менән яныма килеп уратып алған егеттәр ҡулымдағы ҡағыҙға, ҡиммәтле әйбергә ҡыҙыҡҡандай көнләшеп ҡар-аған һымаҡ та күренделәр.

       Сибай аэропортына мине оҙатырға тип медучилищены бөтөргән, әле ҡала дауаханаларында эшләп йөрөгән бер төркөм ҡыҙҙар килде. Ни сәбәптәндер бөтәһе лә алдан һөйләшеп-килешкәндәй аҡ халат кейеп алғандар, уларҙы күлгә төшкән аҡҡоштарға оҡшатып ҡуйҙым. Яландың бер яҡ ситендә күңелле табын ҡороп ебәрҙек.

     Өфөләге йыйылыу пунктында ҡаҡ һәндерәлә ике көн йоҡлағандан һуң мине көн һайын беҙҙең яндан китмәгән майор үҙенә саҡырып алып былай тине:

       - Ваши покупатели (беҙҙе килеп алыусылар шулай атала икән) по какой-то причине опаздывают, может тебя направить в обычные войска? Вопрос решится сегодня, в кратшайший срок.

       - Товарищ майор, у меня направление на пограничные войска, буду ждать.

       - Дело твое. Можем тебя оставить здесь, в Уфе. От такого предложения никто не отказывается, нет такого желания?

       - Нет!

       - Ну смотри...

      Ҡаҡ урындыҡта әйләнеп-тулғанып, рюкзакта ҡалған наҡыҫ ризыҡ менән туҡланып тағы ла өс көн көтөргә тура килде. Бына ниһайәт беҙҙе төн уртаһында вагондарға тейәп алып киттеләр. Поезд ҡуҙғалып киткәс яманһыулап алдым, ни тиһәң дә ике йылға тыуған тупраҡтан айырылам бит.

    Тағы ла өс көн барҙыҡ. Ҡайҙа юлланғаныбыҙҙы әйтеүсе, аңлатыусы юҡ. Көнөнә өс тапҡыр рисҡа сусҡа ите ҡатнаштырылған тушенка тараталар, шуны хлорлы һыуға ҡушып тәғәмләнгән булабыҙ. Уларҙы ашағандан һуң тамаҡ туймай, киреһенсә күңел болғана. Уйлап киләм: “Илебеҙҙең ҙур икәнлеге билдәле, иллә улай уҡ киңлеге ике ятып бер төшөмә инеп сыҡманы. Барабыҙ-барабыҙ осо-башына сығып етерлек түгел... ”

        Беҙгә етәксе итеп тәғәйенләнгән сержант Берхеевтан һорай ҡуйҙым:

       - Почему так долго?

       - Потому что мы едем на край Света, салага!

      Ил ул саҡта Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығын ҡаршыларға йыйына ине. Беҙ туҡталып үткән вокзал-дарҙа байрам төҫө һиҙелә: ҡыҙыл байраҡтар эленгән, матур транспаранттар, тәҙрә аша күренгән юлаусыларҙың да кәйефтәре күтәренке.

      Бына, тығыр-тығыр, таҡ-тоҡ бара торғас тәғәйен ергә лә барып еттек шикелле. Төн уртаһында уттары һүнгән бәләкәй вокзалда туҡтатып брезентлы машиналарға тейәнеләр. Ары часткә барып еткәс буласаҡ һалдатты көткән нимәләрҙе күргән-кисергәндән һуң бөгөн хисаплайым; бүлтерәк бәрәсте ҡырҡҡан ише сәсте мөнтәү, һыуыҡ мунса, һыуыҡ һыу, йыйыныу өсөн кер һабыны, ары - кәүҙәгә ят һәм әлегә килешеп бөтмәгән, тоҡтай һалынып күренгән хәрби кейем кейеү, ашханала ҡатып бөткән икмәккә ҡушып төйөрлө бутҡа ашау, йыуынтыға тартым буҙ төҫтәге сәй эсеү. Әлүмин көрөшкәне күргәс Кинйәбай ағайҙың юҡлыҡ йылында сығарған таҡмағы ҡолағымда яңғырап киткәндәй итте:

                                                     Үҙе мәтрүшкә,

                                                     Үҙе көрөшкә,

                                                     Үҙе ҡаралай,

                                                     Үҙе ҡоролай...

       Грузин сәйен һөрпөлдәткән саҡта ҡапыл ғына әсәйемдең ҡуйы ҡаймаҡҡа туҡылған ҡуян ҡаны-лай һинд сәйе иҫкә төшөп китте. Бына бит, ожмах эсемлеге булған икән ул сәй, мәлендә ҡәҙерен генә беленмәгән!

        Иртәгеһен отделение командирыбыҙ булып киткән Бихеев сафҡа теҙеп ҡуйғас ылғый тыҡыған “салага” һүҙен онотоп беҙгә тәүге тапҡыр “товарищи чекисты” тип өндәште. Күңелемә аңлата ал-маҫлыҡ ғорурлыҡ тойғоһо килде, күҙ алдыма чекистар юлбашсыһы Ф.Э. Дзержинский килеп баҫты.

        Тәүге көн өйрәткән йырҙары ла ошолайыраҡ ине:

                        На плечах, у нас,

                        Зеленые погоны,

                        Мы с тобой, дружок,

                        Опять идем в наряд.

                        У пограничника,

                        Особые законы,

                        Нельзя спать,

                        Когда другие люди спят!

       Йәнгә иң тейгәне, тәүге осорҙа шыпа ла ғына йоҡо туймай. Яңы ғына йоҡоға китергә йыйынһаң дневальный көйҙөртөргә йығып һалынған ата сусҡалай тамаҡ төбө менән аҡыра башлай:

       - Подъем-м-м!

      “Сәсрәп кенә кит, тамағыңа балыҡ ҡылсығы ҡаҙалғыры!” тип күңелеңдән генә тиргәнәһең.

       Плацҡа сығып йүгереүе үҙе бер үлемгә тиң, һонтайып иң арттан һөйрәләм, сөнки бәйге аттай сабыулау, ҡырҡмыш тайҙай юртаҡлау – минең шөғөлөм түгел!

      Тағы ла ике аҙнанан һуң, плацҡа баҫып тантаналы шарттарҙа ант ҡабул иткәндән һуң машина-ларға тейәп, һөйләүҙәренә ҡарағанда уҡыу часынан 12-13 саҡрымда ятҡан сик буйын күрһәтергә алып киттеләр.

     Сик буйында баҫып торабыҙ, ерҙең сигендә. Алдыбыҙҙа барлы-юҡлы 100-200 метрҙың теге яғ-ында сит дәүләт башлана. Замполит майор Слуквин теҙелеп баҫҡан һалдаттарға мөрәжәғәт итеп былай тине: “Товарищи пограничники, не каждому дано право служить на последних метрах родной земли. Охраняйте его от недрузей, берегите ее, она лучшая среди лучших на этой планете!”

     Көн аяҙлы-болотло. Беҙҙең яҡта ҡояш, теге тарафта күләгәле бөләңгертлек, тағы беҙҙең яҡтағы күк төпһөҙ зәңгәр икән дә баһа, ер ҙә асыҡ йәшел төҫтә, ағас-ҡыуаҡтар ҙа күпкә күркәмерәк – иң әүәл шуға иғтибар иттем.

   Армиянан һуң да әле  донъялар-илдәр буйлап күп гиҙергә тура килде, гел күрәм һәм сағыштырам, беҙҙә барыбер һәйбәтерәк, ҡуйынына бихисап алтын-көмөш һыйған еребеҙ ожмахҡа тиң, тәбиғәтебеҙ күҙҙе ҡамаштырырлыҡ гүзәл, шунда көн иткән кешеләре лә һөйкөмлө һәм эшсән, яр-ҙамсыл һәм ихлас. Унда ишетелгән төрлө телдәр һуң, үҙе бер ҙур оркестр һымаҡ! Ят телдәр ара-һында башҡорт һөйләшен ишетеп ҡалып эләгә-йығыла шул ауазға ҡарай йүгергәнем бөгөнгөләй хәтерҙә.

       Бер илгә делегация составында барғанда ҡайҙа ғына баш тыҡма аҙна дауамында бер төрлө итеп һыйланылар – минерал һыу ҙа һалам тәме килгән, шырауҙай таяҡсаларҙан әүәләнгән пирожное. Тамам бүктерҙе, билләһи! Шул саҡ ҡунағын тупһаға сығып бейей-бейей ҡаршы алған, табынында еңдәрен һыҙғанып ебәреп һалмаға ҡаҙы ҡушып һоғондорған Ғәлимйән ағай иҫкә килеп төштө. Бына шулайыраҡ ҡунаҡ итәләр беҙҙә, тип маңлайына бәреп әйтке килде йәмрей йөҙлө, үсексән ҡиәфәтле сит ил кешеһенә.

    Ысынбарлыҡ сағыштырыу нигеҙендә асыла, ят кешенең көнитмешен, булмышын белгең килһә йәшәгән еренә бар, аралаш һәм үҙ күҙҙәрең менән күр икән.

     Әҙәби осрашыу мәлендә бер бала миңә шундайыраҡ һорау бирҙе:

       - Һеҙҙе сит илдә йәшәргә саҡырһалар китер инегеҙме?

       - Ҡайҙа ғына китәйем. Мин сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем, әгәр китеп барһам еребеҙҙе кем һаҡлар?! – тип яуап бирҙем.

      Миңә ошо ерҙә йәшәргә яҙған, йәшәргә һәм уны һаҡларға, миңә генә түгел, һеҙгә лә, бөтәбеҙгә лә!

 

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков