Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Май 2022, 21:45

СӘЛИМ МЕНӘН СӘЛИМӘ

Һәр дәүерҙең дә матур парҙары була. Ҡайһы берәүҙәре хаҡында беҙ әле лә онотмай йырҙарҙа йырлайбыҙ, легендаларҙа һөйләйбеҙ, уларҙың саф хистәренә, матур мөнәсәбәтенә һоҡланабыҙ. Эйе, бөгөнгөләре хаҡында легенда-риүәйәт тә булмаҫ, бәлки, әммә был беҙҙең арала күркәм парҙарҙың булмауын аңлатмай әле.Баймаҡ районы Буранбай ауылында йәшәүсе Сәлимә һәм Сәлим Усмановтар бына инде сирек быуаттан ашыу бер-береһенә терәк һәм таяныс булып ғүмер кисерә. Уҙған йыл көмөш туйҙарын билдәләүсе был пар хаҡында йыр 26 йыл элек ижад ителә башлаған да әле лә яҙылыуын дауам итә. Уның һүҙҙәрен бары тик икәү белә һәм тормош ноталарына һалынған көйөн дә тик икәү тоя. Ана шулай бер-береңде ярты һүҙҙән, бер күҙ ҡарашынан аңлап, күңелең менән ундағы моңдо йә зарҙы тойғанда ғына һөйөү һәм ихтирам, ир һәм ҡатын мөнәсәбәте хаҡындағы ғаилә йыры бер тормош һуҡмағынан атлата ла инде.

СӘЛИМ МЕНӘН СӘЛИМӘ
СӘЛИМ МЕНӘН СӘЛИМӘ

Һәр дәүерҙең дә матур парҙары була. Ҡайһы берәүҙәре хаҡында беҙ әле лә онотмай йырҙарҙа йырлайбыҙ, легендаларҙа һөйләйбеҙ, уларҙың саф хистәренә, матур мөнәсәбәтенә һоҡланабыҙ. Эйе, бөгөнгөләре хаҡында легенда-риүәйәт тә булмаҫ, бәлки, әммә был беҙҙең арала күркәм парҙарҙың булмауын аңлатмай әле.
Баймаҡ районы Буранбай ауылында йәшәүсе Сәлимә һәм Сәлим Усмановтар бына инде сирек быуаттан ашыу бер-береһенә терәк һәм таяныс булып ғүмер кисерә. Уҙған йыл көмөш туйҙарын билдәләүсе был пар хаҡында йыр 26 йыл элек ижад ителә башлаған да әле лә яҙылыуын дауам итә. Уның һүҙҙәрен бары тик икәү белә һәм тормош ноталарына һалынған көйөн дә тик икәү тоя. Ана шулай бер-береңде ярты һүҙҙән, бер күҙ ҡарашынан аңлап, күңелең менән ундағы моңдо йә зарҙы тойғанда ғына һөйөү һәм ихтирам, ир һәм ҡатын мөнәсәбәте хаҡындағы ғаилә йыры бер тормош һуҡмағынан атлата ла инде.
Сәлим һәм Сәлимә бер улға—Айтуғанға, бер ҡыҙға—Зөлхизәгә ғүмер биреп, уҡытып, тәрбиәләп “осорған”. Улар әле икеһе лә Өфө ҡалаһында. Айтуған өйләнгән, вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй, ә Зөлхизә буласаҡ фармацевт.
Буранбай ауылында Усмановтарҙы өлгөлө, бөтмөр, тырыш, өлгөр ғаилә итеп беләләр. Икеһе лә эшкә шәп булғас, донъялары ла ятлап тора. Сәлим ауыл мәктәбе ҡаҙанлығында эшләй, ауылдың имам-хатибы ла. Ә Сәлимә ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы.
--Бер ауылда тыуып үҫтек, бер-беребеҙҙе, туғандарыбыҙҙы яҡшы беләбеҙ. Йәш саҡта клубтан ҡайтып барғанда “Ҡана әле, оҙатып ҡуяйым”,--тип кенә артымдан эйәргән Сәлим ғүмерлек юлдашым булып китер тип кем уйлаған? Шөкөр, бер-беребеҙҙе аңлап, хуплап 26 йыл бергә йәшәп киләбеҙ. Арып ҡайтҡан, эшемә ҡул һелтәр мәлдәрҙә лә дәртләндереп ебәрә ул мине. Мин дә уға таяныс булырға тырышам. Ирем егәрле, йорт-ҡуралағы бар эште лә үҙе эшләй белә. Мин иһә сәскә үҫтерергә, хәситә эшләргә, ҡорама ҡорарға яратам. Башҡалар кеүек үк мал да тотабыҙ, баҡса ла үҫтерәбеҙ һәм бөтә ергә лә өлгөрөргә тырышабыҙ. Ауыл тормошонда ҡайнап йәшәйбеҙ, мәҙәни сараларҙа икәүләп йырлайбыҙ,--ти Сәлимә Усманова.

Автор:Резеда Валиева