АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
5 Май 2022, 09:50

Үлемһеҙҙәр

       Эйе, ветерандар үлмәгән, улар үлемһеҙ, улар, ана, “Үлемһеҙ полк” сафтарын тулыландырғандар. Еңеү көнө етһә йылдағыса бер урынға йыйылалар, теҙелешеп урамдарҙан үтәләр. Шул үлемһеҙҙәр булғанда донъябыҙ теүәл, ашыбыҙ татлы, йоҡобоҙ тыныс булыр, сөнки улар әле лә беҙҙе таш ҡаялай һаҡлап, ҡурсып торалар һымаҡ!..  

Үлемһеҙҙәр
Үлемһеҙҙәр

       Беҙҙең ауылда һуғыш ветерандары күп булды, тыл хеҙмәтсәндәре хаҡында әйтәһе лә түгел. Еңеү байрамы етһә улар клубты лыҡа тултырып тантаналы йыйылышҡа йыйыла торғайнылар. Түштәре тулы орден-миҙалдар; ике яугирҙең Дан ордены менән, бер нисәүһенең “Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ”, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнеүҙәре хәтерҙә ҡалған. Мәктәп директоры Туляшев Ғүмәр Ғатаулла улы пинжәгенә һалмайынса икенсе дәрәжә “Ватан һуғышы” орденын тағып йөрөнө гелән. Ул инде беҙгә ысын мәғәнәһендә герой булып күренде. Математиканан уҡытһа ла дәресте 5-10 минут алдан тамамлап беҙҙең үтенес буйынса һуғыш хәтирәләрен һөйләр ине, ә беҙ ауыҙҙарыбыҙҙы йоморға онотоп тыңлайбыҙ, тәнәфескә лә сыҡмайбыҙ хатта. Мәктәптә шулай уҡ һуғыш ветер-андарынан Аҡъюлов Иҙрис Язар улы, Ҡоҙашев Мөхәмәҙей Әбдрәхмән улы эшләнеләр. Матур эшләнеләр, беҙҙе ысын илһөйәр итеп тәрбиәләнеләр. Әйткәндәй Иҙрис Язар улының ҡатыны Сәғиҙә апай ҙа яу юлын үткән кеше ине. Шулай итеп бер ғаиләлә ике яугир!

       Клубтағы тантаналы йыйылышҡа пионерҙар менән бергә ҡотлау өсөн сәхнәгә сығып баҫыу һәр бала өсөн оло мәртәбәгә һаналды. Тантаналы йыйылыштан һуң ветерандар урам тултырып һәр береһенең өйөнә инеп мәжлес ҡороп йөрөр булдылар. Байрам шулай, эңер төшкәнсе дауам итә.

       Хәҙер ауылда ғына түгел, тотош Йылайыр районында бер һуғыш ветераны ла ҡалмаған. Әҙәм балаһы донъяға мәңгелеккә тыумай, шулай ҙа уларҙың арабыҙҙа булмауы үкенес, йәнде ҡыя. Яҡын кешең һис ҡасан вафат булмай, ул бары йәнәшәләге донъяға күсә, тик уларға өндәшеү, яуап алыу, хәбәр ебәреү мөмкин түгел. Эйе, ветерандар үлмәгән, улар үлемһеҙ, улар, ана, “Үлемһеҙ полк” сафтарын тулыландырғандар. Еңеү көнө етһә йылдағыса бер урынға йыйылалар, теҙелешеп урамдарҙан үтәләр. Шул үлемһеҙҙәр булғанда донъябыҙ теүәл, ашыбыҙ татлы, йоҡобоҙ тыныс булыр, сөнки улар әле лә беҙҙе таш ҡаялай һаҡлап, ҡурсып торалар һымаҡ!..

 

                                   

  

 

 

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков