АТАЙСАЛ
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Апрель 2022, 10:50

Әйләнде орсоҡ, әйләнде

Сибай ҡалаһының балалар ижади үҙәгендә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә «Әйләнә, орсок әйләнә» фольклор байрамы үтте. Сараның төп маҡсаты - халҡыбыҙҙың боронғо кәсеп-шөғөлдәрен тергеҙеү, уларҙы йәш быуынға еткереү, район-ҡала араһында бәйләнеште нығытыу, тәжрибә туплау һәм аралашыу.

Әйләнде орсоҡ, әйләнде
Әйләнде орсоҡ, әйләнде

Байрамда ҡатнашыусылар йөн тетеү, иләү, сиратыу, йомғаҡ яһап ярышты. Бәйге һәр ауыл әҙерләгән концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Йомаҡ ҡойолдо, мәҡәлдәр ҙә әйтелде.
✨Ярышта 🥉 3- сө урынды Баймаҡ районының Татлыбай ауылынан "Әхирәттәр" фольклор ансамбле яуланы, етәксеһе Әхмәҙуллина Ләйсән Тәфтизан ҡыҙы. 🥈2- се урынға Ишмырҙа ауылынан "Әхирәттәр" фольклор ансамбле сыҡты, етәксеһе Әбүбәкирова Миңнур Ирғәле ҡыҙы , 🥇1-се урынды Икенсе Этҡол ауылынан "Йәнтөйәк" фольклор ансамбле уңғандары яуланы, етәксеһе Сөләймәнова Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы.
Ошондай сараларҙың төп маҡсаты - ул халҡыбыҙҙың элекке шөғөлдәрен тергеҙеү, йәш быуынға еткереү, бара бәйләнеште нығытыу, тәжрибә туплау һәм аралашыу.

Әйләнде орсоҡ, әйләнде
Әйләнде орсоҡ, әйләнде
Автор:Гульдар Кадаева