АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Февраль 2022, 22:35

"Йәгеҙ әле,егеттәр!"

Баймаҡ районының Басай ауылы клубы алдында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған матур байрам ойошторолдо. Сара "Йәгеҙ әле,егеттәр!" ярышы менән башланып китте.

"Йәгеҙ әле,егеттәр!"
"Йәгеҙ әле,егеттәр!"
  • Граната ташлау,балыҡ тотоу,күмәкләп саңғы йөрөү кеүек ярыштар бик күңелле булды.Ир-егеттәр сәкән һуғып та алды. Ярышты тамамланыуға ҡатын-ҡыҙҙар һалдат бутҡаһы бешереп,өҫтәл әҙерләп,концерт номерҙары менән ихлас ҡотланы.
    Был байрамды ойоштороуҙы ауыл старостаһы Сафин Айҙар үҙ өҫтөнә алды: командалар туплау,ярыш урынын әҙерләү,бүләктәр хәстәрләү уның иңенә төштө. Сараны ойошторорға ярҙам итеүсе эшҡыуар Яҡупов Фәнискә басайҙар ҙур рәхмәт белдерҙе.
"Йәгеҙ әле,егеттәр!"
"Йәгеҙ әле,егеттәр!"
"Йәгеҙ әле,егеттәр!"
Автор:Гульдар Кадаева