Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Февраль 2022, 22:50

Йәнйегет гөрләп торҙо

Баймаҡ районың Йәнйегет ауылында Ватанды һаҡлаусылар байрамы уңайынан“Ауылпиада” үткәрелде. Ауылпиаданың утын ҡабыҙыу хоҡуғы, уйындың флагын күтәреү спортсменкабыҙ, район, республика ярыштары еңеүсеһе Туҡтарова Регинаға бирелде. Ярыш төрҙәре байтаҡ ине. Иң ҡыҙыҡтарынан ауылса биатлон булды. Башта махсус әҙерләнгән түмәрҙәрҙе күтәреп йүгереү, унан трактор тәгәрмәстәрен тәгәрләтеп атыу майҙанына алып килеү. Яҙа атҡандарға яза: штраф түңәрәгенән йүгереп әйләнеп килеү. Был ярышта балалар ҙа, ололар ҙа теләп ҡатнашты. Ҡышҡы спорт төрҙәренән санала һөйрәп ярышыу ҙа мауыҡтырғыс булды. Тәүҙә ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙы санаға ултыртып һөйрәп ҡалҡыулыҡҡа мендерәләр. Кире төшкәндә киреһенсә ҡатын-ҡыҙҙар һөйрәп төшә. Был ярышта барыһы ла теләп ҡатнашты. Әйткәндәй, Ауылпиадаға 150-ләп кеше сыҡты.

Йәнйегет гөрләп торҙо
Йәнйегет гөрләп торҙо

Гер күтәреүҙә лә көс һынашты ир-егеттәр. Арҡан тартышыуҙа бар йыйылған халыҡ ҡатнашты. Был Ауылпиаданан ағинәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы, улар скандинав йөрөшө буйынса үҙ-ара ярышып, йәштәргә сәләмәт йәшәү рәүеше зарурлығын иҫбатланы. Ә балалар футбол уйнап кинәнде.
Ярыш араһында ауылдың гүзәл заттары әҙерләгән табында самауыр сәйе эсеп, тәмле ризыҡтар менән һыйланды йәнйегеттәр. Теләгәндәр рәхәтләнеп бейеп алды.
Газель арбаһында ойошторолған сәхнә лә буш торманы. Мәктәп уҡыусылары матур итеп "Смуглянка"ны бейене, шулай уҡ Ҡарабаев Айҙар менән Яйыҡбаева Рузиләнең ихлас итеп бейеүҙәре тамашасыларға бик оҡшаны.
Ярышта еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Барыһы ла ҡыуанып, рухланып, рәхмәт әйтеп таралышты. Шулай итеп, идея авторының һәм ойоштороусыларҙың ике аҙнанан ашыу йүгереп йөрөп әҙерләнеүе бушҡа булманы, матур сарала ауылдаштар ихлас күңелдән ҡатнашты.
Йәнйегеттәр һәм ситтә йәшәгән ауылдаштар бағымсы булып, ихлас ҡына ярҙам итте. Шуға бүләктәр ҙә шәп булды. Бындай матур ярышты йыл да үткәреп торорға килештек.
Бөгөнгө матур Ауылпиаданы үткәрешкән, үткәрергә ярҙам иткән барлыҡ ауылдаштарға ҙур рәхмәт! Һау булайыҡ, һәммәгеҙҙең дә кәсебенең уңын бирһен!
Ләлә Рафиҡова.

Йәнйегет гөрләп торҙо
Йәнйегет гөрләп торҙо
Йәнйегет гөрләп торҙо
Йәнйегет гөрләп торҙо
Йәнйегет гөрләп торҙо
Йәнйегет гөрләп торҙо
Йәнйегет гөрләп торҙо
Автор:Гульдар Кадаева