Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Февраль 2022, 13:35

Ил сиген һаҡланы Рамаҙан

Кесе сержант Рамаҙан Вәхитов уҙған йылдың декабрендә генә әрме сафынан ҡайтты. Һалдат Алыҫ Көнсығыштың Приморье крайы Сергеевка ҡасабаһындағы артиллерия ғәскәрҙәренең 75234-се хәрби часында срочный хеҙмәтен тултырған. --Армия—һәр ир-егет үтергә тейешле тормош мәктәбе. Ул егеттәрҙе тәртипкә, хәрби хеҙмәткә әҙер улырға, яҡындарыңдың, тыуған ереңдең ҡәҙерен белергә өйрәтә,--ти Рамаҙан.—Мин Өфөнән ары киткәнем юҡ ине. Бына бит Алыҫ Көнсығышты ла күрҙе был баш! Башта, әлбиттә, ауырыраҡ булды, шунан өйрәндем, ҡайтырға ваҡыт еткәндә инде, эх, башҡаса мин бында бер ваҡытта ла килә алмайым, тип дембель етмәҫ борон уҡ армияны һағына башланым. Әрме сафына саҡырылғанда хәрби комиссариатта өс төркөмдәш осраша. Өфөлә иһә Баймаҡ районынан уларға тағы ла--өс, Бөрйәндән бер төркөмдәштәре ҡушыла. Бара-бара уларҙың юлдары аймылыша, ә бына Арсен менән Рамаҙан баштан бер часҡа, бер взводҡа эләгә. Бынан тыш Баймаҡ районының Таһир ауылынан Сынбулат Фазлиәхмәтов, Йомаштан Ғәзиз Алсынбаев, Алғаҙынан Альберт Мөхәмәтйәров, Бөрйәндән Сынбулат Йомағоловтар һалдат һурпаһын бергә эсә.  

Ил сиген һаҡланы Рамаҙан
Ил сиген һаҡланы Рамаҙан

 

Рамаҙан сит ерҙә яҡташтары менән бергә булыу күпкә әрме тормошон еңеләтте, тип иҫәпләй. Рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеп йөрөүҙәре үҙе ни тора! Сибай егеттәре—Рамаҙан Вәхитов, Арсен Хәсәнов ҡаланың төҙөлөш һәм сервис колледжында иретеп йәбештереүсе һөнәрен бергә үҙләштерә. Диплом алып икеһе ике тарафта алған һөнәрҙәре буйынса тәжрибә туплап та ала. Рамаҙан Баймаҡ ҡалаһының яңы биҫтәһендәге өр-яңы мәктәпте төҙөүгә тос өлөш индерә. Әрме сафына саҡырылғанда хәрби комиссариатта өс төркөмдәш осраша. Өфөлә иһә Баймаҡ районынан уларға тағы ла--өс, Бөрйәндән бер төркөмдәштәре ҡушыла. Бара-бара уларҙың юлдары аймылыша, ә бына Арсен менән Рамаҙан баштан бер часҡа, бер взводҡа эләгә. Бынан тыш Баймаҡ районының Таһир ауылынан Сынбулат Фазлиәхмәтов, Йомаштан Ғәзиз Алсынбаев, Алғаҙынан Альберт Мөхәмәтйәров, Бөрйәндән Сынбулат Йомағоловтар һалдат һурпаһын бергә эсә.

Яҡташтар, бер йыл эсендә ике тапҡыр полигонда булып, әрме хеҙмәтенең бөтә һынауҙарын үҙ иңендә татып, ир ҡорона инеп, күмәкләшеп күңелле итеп тыуған яҡтарына ҡайтып төшә. Уларҙың һәр ҡайһыһын ата-әсәһе, яҡындары һағынып ҡаршы ала. Әрме берләштергән егеттәрҙең дуҫлығы ғүмерлеккә булһын.

Хәҙер Рамаҙан эшкә төшөү хәстәре менән яна. Һөнәре булғас уға күпкә еңел, әле БашРТС-тың Сибай йылытыу селтәрҙәренә эшкә саҡырғандар. Егеттең хәрби билеты ҡулында, дипломы бар, ата-әсәһе уға шәхси йорт һалыуға ер участкаһы әҙерләгән. Кәләш тапһа, Рамаҙандың донъяһы түңәрәкләнә. Типһә тимер өҙөрлөк егеткә барырға теләүселәр аҙ булмаҫ ул!

Ил сиген һаҡланы Рамаҙан
Ил сиген һаҡланы Рамаҙан
Автор:Гульдар Кадаева