АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
17 Февраль 2022, 23:15

Атайҙар, алға!

23 февраль –Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡала Советы янында эшләп килгән йәштәр парламенты “Атай трендта” интеллектуаль-ижади конкурс ойоштора.

Атайҙар, алға!
Атайҙар, алға!

“Атай трендта” конкурсында һәр теләгән ир-егет ҡатнаша ала. Улар өс номинацияла "Смарт-атай", "Серле бүлмә" һәм "Айти-атай" йүнәлештәрендә көс һынашасаҡ. Сарала ҡатнашыу өсөн ғаилә башлығы уның бөтә асылын сағылдырған ҡыҫҡа видеояҙма төшөрөргә тейеш. Йә булмаһа үҙеңдең лайфхагыңды тәҡдим итергә мөмкин. Бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ, һәр кем үҙенең шәп яҡтарын үҙенсә күрһәтә. Әйтәйек, ҡатынығыҙға тиҙ генә банка асырға ярҙам итәһегеҙме, әллә ҡыҙығыҙҙың сәсен матур итеп үрәһегеҙме. Видеола барыһы ла сағылырға тейеш.

Креатив, стилле, модалы эштәргә өҫтөнлөк биреләсәк. Әлеге ваҡытта видео визиткалар әҙерләп ебәреү бара, уларҙы сараны ойоштороусылар 19 февралгә ҡәҙәр ҡабул итә. Конкурста ҡатнашырға теләүселәр әҙер файлдарын Сибай “Техно терра” технопаркының Бәйләнештә социаль селтәре төркөмөнә ебәрергә тейеш. 8 987 147-12-95 телефон һанындағы ватсап та файлдар ҡабул итеүгә көйләнгән. Конкурстың төп этабы 21 февралдә 18.30 сәғәттә Сибай “Техно терра”технопаркында уҙғарыла.

 

Автор:Гульдар Кадаева