АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Ғинуар 2022, 08:30

ХЫЯЛЫ - ЯҠТЫ, МАҠСАТТАРЫ - АНЫҠ

Карина—ҡасандыр студенттар ғаиләһендә беренсе бала булып тыуған ҡыҙ. Әле ике һеңлеһенә апай булған сибәркәй үҙе студент. Ул Өфө дәүләт нефть техник университетының технология факультетында икенсе курста белем ала.

ХЫЯЛЫ - ЯҠТЫ, МАҠСАТТАРЫ - АНЫҠ
ХЫЯЛЫ - ЯҠТЫ, МАҠСАТТАРЫ - АНЫҠ

Карина Яйыҡбаева Сибай ҡалаһының 9-сы лицейын ҡыҙыл аттестатҡа тамамлап, берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балдарға ғына тапшыра. Шуға ла юғары уҡыу йортона бер ҡаршылыҡһыҙ ғына уҡырға инә ул.

--Органик матдәләрҙең химик технологияһы йүнәлеше буйынса уҡыйым, ябай тел менән әйткәндә, нефтте икенсел эшкәртергә өйрәнәбеҙ. Буласаҡ инженер-технолог мин. Уҡыуы еңел түгел, шуға күп өлөшөмдө тик уҡыуға бүләм. Аҙ ғына бушаһам спорт менән шөғөлләнәм, университеттың бейеү түңәрәгенә йөрөйөм, күләмле-мәҙәни сараларҙа ҡатнашам. Төркөмдәштәрем оҡшай, татыубыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итергә әҙер торабыҙ. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа төплө белем бирергә тырыша. Белем биреп кенә ҡалмай, тормошта ярҙам итерҙәй кәңәштәр ҙә бирә,--ти Карина.

Тырыш, уңған ҡыҙ киләсәктә яҡшы белгес булырға, яратҡан эше менән булышырға теләүҙән тыш, етеш йәшәргә, илдәр буйлап сәйәхәт итергә лә хыяллана. “Бәхетле, татыу, матур ғаилә ҡороу—иң ҙур маҡсатым”,--тип тә өҫтәне аҡыллы ҡыҙ.

Бына шундай булдыҡлы ла, ныҡыш та, маҡсатлы ла, өлгөр ҙә Карина Яйыҡбаева. Һөйкөмлө ҡыҙҙың йәшлеге тик бәхетле мәлдәрҙән тороуын, уны яҡты киләсәк көтөүен теләйбеҙ.

Автор:Резеда Валиева