Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
14 Ғинуар 2022, 10:30

Сибай Ҡарһылыуҙары уңған

Өфөлә “TERRA ZIMA” фестивале сиктәрендә бөтә Рәсәй Ҡарһылыуҙар һәм республика Ҡыш бабайҙар парады үтте. Унда Сибай ҡалаһы Ҡарһылыуҙары “Иң яҡшы команда” номинацияһында еңеү яуланы.

Сибай Ҡарһылыуҙары уңған
Сибай Ҡарһылыуҙары уңған

Ҡыш бабайҙарҙы Рәсәй актеры Никита Джигурда етәкләһә, уның ейәнсәре ролен телетапшырыуҙар алып барыусыһы Евгения Машко үтәне.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, парадта мең ярымға яҡын Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡатнашҡан. Иң яҡшы персонаждарға бүләктәр тапшырылһа, ҡунаҡһарай янындағы майҙанда Ҡарһылыуҙар төрлө конкурстарҙа һыныу тотҡан. Ярышта Сибай Ҡарһылыуҙары башҡаларҙан кейемдәре, матурлыҡтары, дәрт-дармандары менән дә айырылып торҙо.

Сибай командаһында 11 Ҡарһылыу ҡатнашты. Береһенән-береһе сибәр, матурҡайҙарҙы тыуған ҡалабыҙға, тыуған төйәгебеҙгә сикһеҙ һөйөү берләштерә. Тап ошо хис-тойғо ярышта еңеп сығыуға булышлыҡ итә. Гүзәл заттарҙың тырышлыҡтары бушҡа китмәне: Сибай ҡарһылыуҙары еңеүсе булараҡ республиканың туристик ял базаларының береһенә ял итеү сертификаты менән бүләкләнде.

 

Автор:Гульдар Кадаева