АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Ғинуар 2022, 11:25

ТЫШҠА СЫҒАЙЫҠ!

Беҙ бала саҡта ҡар ҙа күп яуҙы, көндәр ҙә һыуыҡ торҙо, шулай ҙа беҙ өйҙә ултырманыҡ. Өшөгәнсе, бейәләйҙәребеҙ шаҡылдап боҙға әйләнгәнсе тышта уйнай инек. Әле ауылға ҡайтһаң, урамда балаларҙы осратып булмай тиерлек. Ә һеҙҙең тарафта урамдар йәмлеме, йәнлеме? Фекерҙәр һәм фотолар көтәбеҙ.  

Баймаҡ районы Бөрйән-Йылға ауылынан бына ошондай хәбәр еткерәләр:

- Ауылда башланғыс мәктәп кенә булғанлыҡтан, беҙҙең ағай-апайҙарыбыҙ каникулға ҡайтҡан мәлде файҙалы ҡулланып ҡалырға тырыша уҡыусыларыбыҙ.Һағынышҡан туғандар көнө буйы Мансур олаталары эшләп биргән тауҙа рәхәтләнеп сана шыуһындармы, мәктәп янында "Алтынтау" уйнаһындармы--көн етмәй ҡала. Бала саҡтың бер күнелле мәле генә икәнлеген аңлайҙар,- ти Гөлназ Камил ҡыҙы.

Автор:Резеда Валиева