АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Ғинуар 2022, 16:15

"Теләктәр шыршыһы" акцияһына ҡушылып

--"Теләктәр шыршыһы" акцияһына ярашлы Республика Хөкүмәте вице-премьеры Илшат Тажетдинов исеменән бүләк тапшырҙым. Илгизә Йосопова мобиль телефон тураһында хыялланған. Уның теләген Илшат Азамат улы тормошҡа ашырҙы, -- тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

"Теләктәр шыршыһы" акцияһына ҡушылып
"Теләктәр шыршыһы" акцияһына ҡушылып

--"Теләктәр шыршыһы" Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы 2019 йылда башланды. Уға ярашлы, етем, мөмкинлеге сикләнгән йәки можтаж ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларҙың яңы йыл теләктәре тормошҡа ашырыла. Быйыл Башҡортостанда проектҡа 531 кеше ҡушылды. Улар араһында Республика Хөкүмәте ағзалары, сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар һәм артистар.
Хөрмәтле яҡташтар, барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым! Һеҙгә көр кәйеф, матурлыҡ, мөғжизәгә ышанып йәшәүегеҙҙе теләйем! -- тип тә өҫтәне башлыҡ.

"Теләктәр шыршыһы" акцияһына ҡушылып
"Теләктәр шыршыһы" акцияһына ҡушылып
Автор:Гульдар Кадаева