Яңы йыл—уйын-көлкөгә ҡоролған күңелле байрам. Туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ менән табын артында уйнарға бер нисә уйын тәҡдим итәбеҙ.
Ҡыш бабайға коллектив хат
Баштан уҡ ҡыҙыҡлы хат әҙерләгеҙ. Тик ҡайһы бер сифаттарҙы, йәғни “Ниндәй?” һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙе төшөрөп ҡалдырығыҙ. Мәҫәлән, “Хөрмәтле Ҡыш бабай! Һине ….. фәлән-фәләновтар ашҡынып көтә. Яңы йыл ….. байрам. Беҙ һиңә …. йырҙар йырларбыҙ, …… бейеү бейербеҙ. Фәлән фәләнов …… шиғыр әҙерләп ҡуйған. Тоғоңдағы ………. күстәнәстәрҙе, ….. бүләктәрҙе бир инде. Яңы йылда барыбыҙға ла ….. һаулыҡ, …. бәхет, ….. ҡыуаныстар бир.”
Шаян теләктәр
Алдан ҡағыҙ киҫәктәренә ҡыҙыҡлы теләктәр яҙып һалығыҙ. Аҙаҡ берәй һауытҡа, йә эшләпәгә һалып таратығыҙ. Һәр кем сиратлап ала бара, ҡысҡырып уҡый. Мәҫәлән, “Быйыл мин кәләш алам”, “Быйыл мин бәпәй табам”, “Быйыл мин Дубайға барам”.
Күңелле һандар
Һәр бер кешегә ҡағыҙ биреп, унда үҙе теләгән бер һанды яҙырға ҡушығыҙ. Аҙаҡ һәр береһенә һорау бирәһегеҙ, ул шул яҙылған һанды яуап итеп әйтергә тейеш.
Миҫал өсөн һорауҙар: “Көнөнә нисә тапҡыр ашайһығыҙ?”, “Уң аяғығыҙҙа нисә бармаҡ?”, “Һеҙгә нисә йәш?”, “Көнөнә нисә литр һыра эсәһегеҙ?”, “Нисә тешегеҙ ҡалды?” һ.б.
Нимә эшләтәм?
Тоҡҡа һәр төрлө бүләктәр һалығыҙ. Мәҫәлән, кәнфит, кер ҡыҫтырғыс, шырпы. Ҡунаҡтар уны берәмләп аласаҡ. Алыр алдынан “Быны һин нимә эшләтәһең?” тигән һорауға яуап бирергә тейеш, шунан ғына тоҡтан бүләген сығара.