АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Декабрь 2021, 13:00

Ете көнлөк марафон

Сибай ҡалаһында башҡорт теле көнө сиктәрендә ойошторолған ете көнлөк марафонға йомғаҡ яһалды.

Ете көнлөк марафон
Ете көнлөк марафон

Бер аҙна дауам иткән марафон барышында балалар баҡсаларында ата-әсәләр менән башҡорт теленә ҡағылышлы саралар ойошторолдо, асыҡ дәрестәр күрһәтелде, милли уйындар, халыҡ йырҙары, бейеүҙәр өйрәтелде. Марафонды йомғаҡлау сараһына ҡаланың балалар баҡсалары мөдирҙәре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр саҡырылды. Уларҙы ҡаланың мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре, бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, тарих-крайҙы өйрәнеү музейы, архив бүлеге етәкселеге тәбрикләне.

Аҙналыҡ барышында үҙҙәренең эшен тулыһынса күрһәтә алған педагогтар почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә намыҫлы эшләүселәрҙең дә хеҙмәте юғары баһаланды. Архив бүлеге начальнигы Нилә Ишмөхәмәтова ҡалала мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү тураһында фото һәм видео материалдар тупланыуын белдерһә, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Роза Бикбова балалар баҡсаларындағы башҡорт төркөмдәрендә милләтебеҙҙең буласаҡ аҫыл ул һәм ҡыҙҙары тәрбиәләнеүен әйтте.
Видеоконкурсҡа йомғаҡ яһаған ваҡытта жюри ағзалары эштәрҙең күп яҡлы һәм төрлө заманса технологиялар ҡулланып эшләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ярыш булғас еңеүсе булыуы билдәле. Балалар баҡсаһы эшмәкәрлеген тулы сағылдырған видео материал әҙерләүсе “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы коллективы гран-при яуланы.

Рух күтәренкелеге, милли ҡиммәттәр сағылған кисә концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Марафондың гран-приһын яулаусы коллектив та сараға буш ҡул менән килмәгән.

Автор:Гульдар Кадаева