Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Декабрь 2021, 13:50

ЕТЕШ ЙӘШӘРГӘ ТЕЛӘҺӘҢ...

Туғанымдан хәбәр килеп төштө: “Киләһе йыл аҡсаға мохтаж булмайым тиһәң, бөгөн кис үк шыршыңды биҙә!”

ЕТЕШ ЙӘШӘРГӘ ТЕЛӘҺӘҢ...
ЕТЕШ ЙӘШӘРГӘ ТЕЛӘҺӘҢ...

Туғанымдан хәбәр килеп төштө: “Киләһе йыл аҡсаға мохтаж булмайым тиһәң, бөгөн кис үк шыршыңды биҙә!”

Һмм, бына һиңә, ул ниндәй ырым әле ул? Юҡ-бар хөрәфәттәргә ышанмаһам да ҡыҙыҡһыныуымды еңә алманым. Кемдең мохтажлыҡ күрмәй генә йәшәгеһе килмәһен инде?)))))

Баҡ тиһәң, фен-шуй буынса 7 декабрь киске сәғәт 8 менән 9 араһында шыршыны биҙәп, уттарын ике сәғәткә яндырып ҡуйырға кәрәк икән. Өҫтәүенә, ҡупшыҡайҙы көньяҡҡа йә көнбайышҡа ҡуйыу зарур. Әгәр улай ҡуйып булмай икән, гирлянданы элмәй торорға.

Үәт шулай ти фен-шуй.

Ышанырғамы-юҡмы—быныһы һеҙҙең ҡарамаҡта.

Автор:Резеда Валиева