Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Ноябрь 2021, 11:30

ӨЙӨБӨҘ ҠОЯШЫ ҺИН, ӘСӘЙ!

Әсәй! Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ. Әсәй һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул. Шуға ла Әсәйҙәр көнө бик йылы һәм йәмле байрам. Ошо ысын мәғәнәлә изге байрам уңайынан беҙ ҙә Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында йәшәүсе һөйөклө әсәйебеҙ Көҫәпова Шәүрә Миңлегәрәй ҡыҙын ҡотлап үтмәксебеҙ.

ӨЙӨБӨҘ ҠОЯШЫ ҺИН, ӘСӘЙ!
ӨЙӨБӨҘ ҠОЯШЫ ҺИН, ӘСӘЙ!

Әсәй! Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ. Әсәй һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул. Шуға ла Әсәйҙәр көнө бик йылы һәм йәмле байрам. Ошо ысын мәғәнәлә изге байрам уңайынан беҙ ҙә Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында йәшәүсе һөйөклө әсәйебеҙ Көҫәпова Шәүрә Миңлегәрәй ҡыҙын ҡотлап үтмәксебеҙ.
Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы, беҙҙе бәхетле итеүсе ҡәҙерлебеҙҙең ҡулынан килмәгән эш юҡ. Тирә-яҡҡа оҫта торт бешереүсе булараҡ билдәле, ауылдаштары ғына түгел, күрше ауылдарҙан да уға тәмлекәскә заказ бирәләр. Балаларын, туғандарын да тәмле аш-һыу менән һыйлай әсәйебеҙ. Студент саҡта бүлмәләш дуҫтар: "Әсәйеңдең тәмлекәстәрен күберәк алып кил"--тип өйгә оҙатып ҡала торғайны. Ҡул эштәренә лә бик маһир, балаларына, ейәненә матур-матур килешле кейемдәр тегеп тә, бәйләп тә кейҙерә. Күрше-тирә, туған-тыумаса тегеү, ҡыҫҡартып биреү йомошо менән дә йыш ҡына мөрәжәғәт итә. Өйөбөҙҙө уның ҡулдарының йылыһынан гөрләп сәскә атҡан, күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө-төрлө гөлдәр йәмләй. Иртә яҙҙан көҙҙөң һуңғы көндәренә тиклем баҡсабыҙҙы ла сәскәлар биҙәй, йәшелсә-емештәр ҙә емерелеп уңа.
Өләсәйебеҙ Миңһылыу Тимерғәле ҡыҙы һәм ҡартатайыбыҙ Миңлегәрәй Зәйнулла улы Дәүләткилдиндарҙың матур өлгөһөндә тәрбиәләнгән әсәйебеҙ беҙҙең өсөн үрнәк. Беҙгә, ике ҡыҙы һәм өс улына, дөрөҫ тәрбиә биреп, барлыҡ эшкә өйрәтте. Ауылдың ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда ла әсәйебеҙ ҡайнап йәшәй. "Миләш" вокал ансамбле составында бер концертты ҡалдырмай ҡатнаша. Аҙ һүҙле, сабыр холоҡло, эшсән, ярҙамсыл, хәстәрлекле, оло йөрәкле, һәр яҡтан уңған әсәйебеҙ Миңһылыу өләсәйебеҙ өсөн яратҡан ҡыҙ, ә Флүрә ҡартәсәйебеҙ өсөн яратҡан килен дә.
Әйткәндәй, әсәйебеҙгә быйыл 50 йәш тула. Шәүрә Миңлегәрәй ҡыҙы Көҫәпова 20 йылға яҡын мәктәптә, һуңынан балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй. Коллегалары, ауылдаштары тарафынан ҙур хөрмәткә лайыҡ. Атайыбыҙ менән 5 бала үҫтереп, татыу ғүмер итәләр.
Ҡәҙерлебеҙ! Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелеңдән–тыныслыҡ, тәнеңдән–сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙарҙы белмәһен. Береһенән-береһе ҡәҙерле ҡыҙҙарыңдың һәм улдарыңдың изгелеген күреп, тормош иптәшең–атайыбыҙҙың терәк-таянысы, кәңәшсеһе, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъяның бар рәхәтлектәрен кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә. Байрамдар ҡотло, тормоштар бәхетле, донъялар имен булһын!

 

ИЗГЕ ТЕЛӘКТӘР МЕНӘН - БАЛАЛАРЫ.

Автор:Резеда Валиева