АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Ноябрь 2021, 17:50

Ҡыш бабай менән бергә Яңы йыл килә

Ҡыш яйлап үҙ хөкөмөнә инә. Ҡарлы, аҡ буранлы миҙгел менән бергә яңы йыл да яҡынлаша. Кешеләрҙә байрам кәйефе булдырыу өсөн яңы йылға әҙерлек әле үк башланды. Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанына төп шыршы ҡуйылды ла инде.  

Ҡыш бабай менән бергә Яңы йыл килә
Ҡыш бабай менән бергә Яңы йыл килә

Ноябрь аҙағы ғына булыуға ҡарамаҫтан бөтә ерҙә лә яңы йылға әҙерлек һиҙелә. Сауҙа үҙәктәре витриналарында, йорттар тәҙрәләрендә дождик һәм мишуралар барлыҡҡа килде. Ҡаланың үҙәк майҙаны уртаһына интерактив шыршы ҡороп та ҡуйылды. Былтыр майҙансыҡта башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә арт-объекттар күп булды: ҙур бүләк, ике йөрәк, уҙып барған йыл символы—үгеҙ һәм башҡа фигуралар тирә-яҡҡа йәм өҫтәне. Байрам үтеп киткәс улар ҡала урамдарына шылдырып ҡуйылды. Быйыл да ундай арт-объекттар буласаҡ, башҡорт, рус өйҙәре, аҡҡоштар, йәнһүрәт персонаждары яһаласаҡ. Сибайҙарға һәм ҡала ҡунаҡтарына был тәңгәлдә сюрприз да әҙерләнә. Боҙ һындар була, әммә элекке кеүек буйынан буйына түгел.

--Һуңғы йылдарҙа һауа шарттары йылы торғанлыҡтан боҙ һындар, шыуыу өсөн тауҙар эшләүгә тотҡарлыҡтар яһай. Шуға ла арт-объекттарға айырым баҫым яһайбыҙ. Улар байрамса итеп яҡтылыҡ диодлы гирляндалар менән биҙәлә, ҡараңғы мәлдә матур булып янып үҙенә ылыҡтырып тора, -- мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ильяс Сафин.

Күңел асыу сараларына килгәндә улар күп буласаҡ. Шыуыу өсөн тау, балалар майҙансығы, һәм әлбиттә каток туңдырыласаҡ. Быйыл катоктың майҙаны киңәйтелә ул 600 квадрат метр урынды биләйәсәк. Шәхси эшҡыуарҙар, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары ла эргә-тирәһен байрамса биҙәй башланы. Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе 6-сы тапҡыр яңы йыл уйынсыҡтары конкурсы иғлан итте. Конкурс 30 ноябргә ҡәҙәр дауам итә. Был сарала уҡыусылар йыл һайын бик теләп ҡатнаша. Өлкәндәр ҙә саранан ситтә ҡалмай. Үҙенсәлекле конкусҡа ғәҙәттә 300-гә яҡын заявка ҡабул ителә.

--Конкурста ҡатнашҡан бер кешене лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ. Һәр береһенә диплом тапшырабыҙ. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырабыҙ. Дәртләндереү саралары һәр кемгә яңы йыл кәйефе өҫтәүенә ышанам. Конкурсҡа йыйылған уйынсыҡтар баһаланғандан һуң ҡаланың юлдаш ҡасабаларына ҡуйылған шыршыларҙы биҙәүгә тотонола, -- тине Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе директоры Флорида Ҡәҙерғолова.

Тиҙҙән ҡасабалар майҙансыҡтары урталарына ла йәшел ҡупшыҡайҙар ҡуйыласаҡ. Мөғжизәле, тылсымлы ҡыш беҙгә шулай тик байрам булып килһен.

 

 

Ҡыш бабай менән бергә Яңы йыл килә
Ҡыш бабай менән бергә Яңы йыл килә
Автор:Гульдар Кадаева