Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Ноябрь 2021, 16:15

ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ!

Республикала Яңы йыл майҙансыҡтары декабрь башында асылырға тейеш. Был халыҡта байрам кәйефе уятыу маҡсатында эшләнә. Сибай ҡалаһы майҙанына өсөнсө йыл рәттән пикселле шыршы урынлаштырыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ул республика бүләге.

ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ!
ЯҢЫ ЙЫЛ КИЛӘ!

Республикала Яңы йыл майҙансыҡтары декабрь башында асылырға тейеш. Был халыҡта байрам кәйефе уятыу маҡсатында эшләнә.

Сибай ҡалаһы майҙанына өсөнсө йыл рәттән пикселле шыршы урынлаштырыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ул республика бүләге.

15-20 йыл элек байрамдың төп атрибуттары боҙ һындар, ҡар өйөмдәренән эшләнгән тауҙар ине. Хәҙер ҡыш һуңлап һәм сюрприздар менән килә: йә ҡар яумай, йә ҡапыл йылытып ебәрә. шуға боҙ табыуы ла ауырлаша, һындар эшләү ҙә еңелдән түгел. Тимәк, заманға яраҡлашырға ҡала. Шуға ла һәр төрлө сағыу, балҡып торған арт-объекттар булдырыла.

Сибайҙа Үҙәк майҙанға ғына шыршы ҡуйылмай. Ситтә ятҡан биҫтә-ҡасабаларҙа, Башҡорт лицейы биләмәһендә, мәҙәниәт һәм ял паркында ҡупшыҡай буласаҡ. Халыҡ һорауы буйынса, яңыртылған М.Ғафури паркына ла шыршы ултыртыу планлаштырыла.

Байрам фейервергы мотлаҡ буласаҡ! Сағыу уттар өс нөктәлә балҡыясаҡ.

Автор:Резеда Валиева