Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Ноябрь 2021, 13:25

Яҡташыбыҙҙы алға сығарайыҡ

Бөгөн -- эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан полиция хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!  Сибай ҡалаһы участковыйы, полиция капитаны Дмитрий Провалов “Халыҡ участковыйы – 2021 “   Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан Республикаһы намыҫын яҡлай. Әйҙәгеҙ бөгөн дәррәү генә уға тауыш биреп, алға сығырға, еңеү яуларға ярҙам итәйек! Бының өсөн социаль селтәрҙәрҙә «Комсомольская правда» нәшриәт йорто порталына https://www.izh.kp.ru/media/856330/ инергә һәм Дмитрий Проваловтың исемен табып лайк ҡуйырға ғына кәрәк. Ваҡыт сикле, бөгөн тауыш биреү тамамлана!

Яҡташыбыҙҙы алға сығарайыҡ
Яҡташыбыҙҙы алға сығарайыҡ

Хеҙмәтен яратып, бөтә күңелен биреп башҡарғандарға уңыш һәр саҡ йылмая. Сибайҙар ҙа халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә булған полиция хеҙмәткәренең эшен күрһәтеү маҡсатында “Халыҡ участковыйы – 2021 “   Бөтә Рәсәй конкурсында онлайн – тауыш биреүҙә ҡатнашып, уны еңеүселәр рәтенә сығарҙы. Хәҙер Дмитрий Провалов алдында ил кимәлендәге ярышта һынау тотоу бурысы тора. Бығаса мәртәбәле ярышта Башҡортостандан ундай уңыштарға өлгәшеүселәр булмаған.

--Конкурста ҡатнашыусыны етәкселек билдәләй. Минең кандидатураны ла етәкселек тәҡдим итте. Тауыш биреүҙең һөҙөмтәһе яҡшы булыуҙан кешеләрҙең минең хеҙмәтемде баһалауын тойҙом. Ҡалалаштар менән асыҡ булырға тырышам, кешеләрсә мөғәлимә итеү ҙә кәрәк. Конкурстың икенсе этабында бөтә республикала еңеп сығыуҙа сибайҙар миңә ҙур ярҙам күрһәтте. Хәҙер өсөнсө этапта ла улар миңә тауыштарын йәлләмәҫ тип ышанам,-- ти Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге участка уполномоченныйы, полиция капитаны Дмитрий Провалов.

Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге участка уполномоченныйы, полиция капитаны Дмитрий Провалов яратҡан хеҙмәтенә 2004 йылдан алып тоғро. Уның ҡарамағындағы участокта 5 меңдән ашыу кеше йәшәй һәм ул ҡалала иң ҙур биләмә булараҡ иҫәпләнә. Полиция капитаны әйтеүенсә, енәйәттәр араһында уғырылыҡ, талау, мутлыҡ ҡылыу осраҡтары йыш осрай.

--Иң таралған енәйәт төрө – ғаилә-көнкүреш низағтары. Эскелек, наркомания, эшһеҙлек арҡаһында ғаиләләрҙә аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуа. Шундай осраҡтар бик күп,-- тип тә өҫтәне Дмитрий Провалов.--Беҙҙең хеҙмәттә ҡурҡаҡтар юҡ. Шулай ҙа эшем хәүефле, төрлө кешеләр, төрлө осраҡтар була: ҡулдарындағы бысаҡ, ултырғыстар менән ынтылыусылар ҙа бар. Эшем шулай булғас, зарланырға урын юҡ.
Участковый  эш ваҡытын күберәк профилактика эшмәкәрлегенә бағышлай. Енәйәт ҡылғанлыҡтан иҫәпкә алыныусыларҙы бер ваҡытта ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Участкала имен булмаған ғаиләләр, алкоголле эсемлектәр, наркотик матдәләр ҡулланыу менән мауыҡҡандар, низағлашыусылар етерлек. Көндәлек уҙғарған рейдтары йәшертен хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм енәйәттәрҙе асыҡларға ярҙам итә.

Яҡташыбыҙҙың Рәсәй кимәлендәге ярышта еңеүгә өлгәшеүе ҡалалаштарҙың әүҙем рәүештә 10 ноябргә ҡәҙәр тауыш биреүенә бәйле. Бының өсөн социаль селтәрҙәрҙә «Комсомольская правда» нәшриәт йорто порталына https://www.izh.kp.ru/media/856330/ инергә һәм Дмитрий Проваловтың исемен табып лайк ҡуйырға ғына кәрәк.

 

Голосуем за сибайского участкового!
На сайте «Комсомольской правды» заканчивается голосование в рамках финального этапа Всероссийского конкурса «Народный участковый». Республику Башкортостан представляет сибайский участковый, капитан полиции Дмитрий ПРОВАЛОВ, победитель регионального этапа всероссийского конкурса «Народный участковый-2021».
До 10 ноября каждый пользователь Интернета с помощью своих аккаунтов в социальных сетях сможет проголосовать на портале издательского дома «Комсомольская правда» https://www.izh.kp.ru/media/856330/ за одного из кандидатов на звание лучшего участкового уполномоченного полиции России.
Торжественная церемония награждения и вручения главного приза – внедорожника УАЗ «Патриот» Ульяновского автомобильного завода состоится в МВД России 17 ноября, в День участковых уполномоченных полиции.
Организатор оставляет за собой право провести технический аудит протоколов голосований и удалить голоса, которые будут считаться накрученными.
Если вы проголосовали, результаты не отобразятся сразу, рейтинг обновляется два раза в день - в 12 и 17 часов по московскому времени. Проголосовать можно всего один раз!
Поддержим сибайского участкового! https://www.izh.kp.ru/media/856330/
#голосование#конкурс#народныйучастковый#МВД

Яҡташыбыҙҙы алға сығарайыҡ
Яҡташыбыҙҙы алға сығарайыҡ
Автор:Гульдар Кадаева