Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
4 Ноябрь 2021, 12:00

«Минең Маруся ауылда шартлатып донъя көтә»

Ер аяғы, ер башынан ябай һалдатҡа эйәреп килгән ҡатыным һыйыр һауа, бесән эшләй))) Уның менән ауылда русса һөйләшкән кеше лә юҡ. Башҡортса һөйләшеүгә кусмәне, әммә ҡунаҡтарҙа башҡорт йырҙарына ҡушылып йырлап ултыра. Кеше алдында һөйләшмәһә лә, йәнен көйҙөргән саҡтарҙа үҙемде лә башҡортсалап әрләп ташлай. «Ҡартайһаҡ, һине тыуған яғыңа алып барам, рустарға мосолман зыяратында ятырға ярамай», --тип үсектерәм. Быны ныҡлап күңеленә алған ахырыһы, мәсеткә барып мосолман исеме ҡысҡыртам, мин һинән, балаларымдан айырылып, бер үҙем йыраҡта ятмайым, ти. Башҡорттоң да, урыҫтың да йолаларын һанлайбыҙ, балалар ике телдә лә һөйләшә. Татар ни, урыҫ ни, башҡорт ни, иң мөһиме -- кеше булһын! Тормошта төрлө хәлдәр була, дуҫ йәшәйек!  

«Минең Маруся ауылда шартлатып донъя көтә»
«Минең Маруся ауылда шартлатып донъя көтә»

Халыҡтар дуҫлығы, берҙәмлеге көнө уңайынан үҙемдең тормошто яҙайым әле. Армияла саҡта беҙ хеҙмәт иткән часҡа медицина училищеһында уҡыған студенттар килде. Прививка эшләйҙәр, тән ауырлығын үлсәйҙәр, бөтә яҡтан да тикшерәләр һәм башҡа. Шул ваҡытта бер мәрйә ҡыҙы менән таныштым. Тәү күреүҙән оҡшаттым. Азаҡ уның менән яйы сыҡҡанда осрашып, хат яҙышып торҙоҡ. Ҡайтырға ваҡыт еткәс, мин уларға барып ата-әсәһе менән танышам, тип килештек. Частан демобилизацияланып сыҡҡас, егеттәр менән үҙ-ара хушлашыу ойошторорға булдыҡ. Әллә ни күп эселмәһә лә, аслы-туҡлы йөрөгән кешегә етә ҡалған. Э миңә автобус менән тағы 20 саҡрым теге ҡыҙ янына барырға кәрәк. Йәйге эҫелә автобуста барыу тамам ойотҡан, йоҡлағанмын. Артабан нимә булыуын аҙак һөйләнеләр. Мине ҡаршы алырға Маруся үҙе генә түгел, һеңлеһе, ҡустыһы, атаһы менән әсәһе бергәләшеп килгән булған. Автобустан бөтәһе лә сығып бөткән, мин ултырам икән йоҡлап. Мариям мине танып, һеңлеһе менән уятып төшөргәндәр. Атаһы был хәлде күреп, бер һүҙ әйтмәй, әйләнеп ҡайтып киткән. Мине алып ҡайтып йоҡларға һалғандар. Уянып китһәм, таныш булмаған ерҙә ятам, аптырайым. Кемдер эргәгә килде, Маруся икән. --Где мы? -- тип һораһам – Я не Маруся, -- ти, мине аптыратып. Уның саҡырыуына тағы бер Маруся килеп сыҡты бер малай менән. Күҙгә күренәме әллә тип, күҙҙе ыуалап алдым.Тәүге килгәне Марусянын үҙенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған һеңлеһе икән. Хәлде аңлатып бирҙеләр, аталарына нимә тип тип әйтергә белмәйҙәр икән. Баҡһаң, мин иҫереп килеп, шым ғына йоҡлап ятмағанмын, йоҡо аралаш үҙебеҙҙең телдә әллә нимәләр һөйләп боткәнмен. Былар аптырап Марусянан һорайҙар икән: «Был кем ул? Ниндәй телдә һөйләшә?-- тип. Маруся ҡайҙан белһен инде, минең башҡорт икәнде, иң башын ғына һикерткән. Мин дә өйгә хат яҙғанда уның мәрйә икәнен әйтмәй, татар ҡыҙы, тип хат язғайным. Үҙемсә, атай-әсәйем әллә ҡайҙан мәрйә эйәртеп ҡайтыуыма риза булмаҫтар, татар ҡыҙын ҡабул итерҙәр, тип уйланым. Былар мине йөҙәтә: һыу нимә була, шул һүҙҙе йыш әйттең тиҙәр. Нисек бар шулай һөйләп бирҙем. Маруся нимә эшләргә белмәй, сөнки атаһы мине ҡайҙан килгән шунда китһен, тигән. «Әле ул һинең әллә ҡайҙан килгән башҡорт икәненде лә белмәй, белһә тағы ла нығыраҡ эләгер ине. Башҡорттар тураһында ишеткәнебеҙ ҙә юҡ»,-- тиҙәр. 3 көн буласаҡ ҡайным менән уртаҡ тел табырға маташтым, тәки ыҡҡа килтерә алманым. Ҡәйнәгә аңлатып, юхалап, уны илата-илата Марусяны тәки эйәртеп алып ҡайттым Башҡортостанға. Үҙебеҙҙә туй эшләнек. Ҡыҙына үпкәләгән ҡайным туйға аяҡ баҫмайым тигән. Ҡәйнәм бәләкәй ҡызы, ике һеңлеһе, кейәүҙәре менән генә килде. Улыбыҙ тыуғас, үҙебеҙ ҡайнымдарға ҡунаҡҡа барҙыҡ. Баланы ла ҡарамаҫмы икән, тип ҡурҡҡайнык та, тик был юлы ул бөтә үпкәһен онотҡайны. Ә минең Маруся ауылда шартлатып донъя көтә, һыйыр һауа, бесән эшләй))) Уның менән ауылда русса һөйләшкән кеше лә юҡ. Башҡортса һөйләшеүгә кусмәне, әммә ҡунаҡтарҙа башҡорт йырҙарына ҡушылып йырлап ултыра. Кеше алдында һөйләшмәһә лә, йәнен көйҙөргән саҡтарҙа үҙемде лә башҡортсалап әрләп ташлай. «Ҡартайһаҡ, һине тыуған яғыңа алып барам, рустарға мосолман зыяратында ятырға ярамай», --тип үсектерәм. Быны ныҡлап күңеленә алған ахырыһы, мәсеткә барып мосолман исеме ҡысҡыртам, мин һинән, балаларымдан айырылып, бер үҙем йыраҡта ятмайым, ти. Башҡорттоң да, урыҫтың да йолаларын һанлайбыҙ, балалар ике телдә лә һөйләшә. Татар ни, урыҫ ни, башҡорт ни, иң мөһиме -- кеше булһын! Тормошта төрлө хәлдәр була, дуҫ йәшәйек!

Фото: интернеттағы асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

«Минең Маруся ауылда шартлатып донъя көтә»
«Минең Маруся ауылда шартлатып донъя көтә»
Автор:Гульдар Кадаева