АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Октябрь 2021, 17:10

МӘКТӘПКӘ КИТАП БҮЛӘК ИТЕГЕҘ!

Бөгөн мәктәп уҡыусылары китап уҡымай, бар эштәре телефонда ғына ултырыу, тип зарланабыҙ. Әлбиттә, күпселек ошо фекер яҡлы...

МӘКТӘПКӘ КИТАП БҮЛӘК ИТЕГЕҘ!
МӘКТӘПКӘ КИТАП БҮЛӘК ИТЕГЕҘ!

25 октябрь – Мәктәп китапханалары  көнө

МӘКТӘПКӘ КИТАП БҮЛӘК ИТЕГЕҘ!

Бөгөн мәктәп уҡыусылары китап уҡымай, бар эштәре телефонда ғына ултырыу, тип зарланабыҙ. Әлбиттә, күпселек ошо фекер яҡлы, шулай ҙа йәштәрҙең киләсәге китапхананан айырылмай әле. Мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа уҡыу осоронда китапһыҙ була алмай, һәр бер эш, эҙләнеүҙәр башҡаларҙың өлгөһөндә, ғалимдарҙың яҙған хеҙмәттәренә таянып башҡарыла.

Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбендә, мәҫәлән, иң тәжрибәле, һәр яҡтан да өлгөлө китапханасы Руфина Рим ҡыҙы Хәмитова инде 35 йыл китапханалар системаһында өлгөлө эшләй. 6-сы мәктәптең китапханаһынан тыш, ул ҡаланың мәктәп китапханасылары методик берекмәһен етәкләй, мәктәптең профсоюз комитеты рәйесе лә. Үҙ ваҡытында һөнәре буйынса конкурстар һәм форумдарҙа ҡатнашып, “Иң яҡшы мәктәп китапханасыһы–2018”, балалар аҙналығы,  “Уҡыусы ата-әсә–уҡыусы балалар”, халыҡ-ара Өфө мәғариф салондарының еңеүсеһе лә ул. Ҡаланың балалар модель китапханаһы менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, һәр ойошторолған конкурстарҙа ла ҡатнашырға тырыша, һәр яңылыҡ сайтта яҡтыртылып бара.

Руфина Рим ҡыҙы йыл да “Мәктәп китапханаһына бүләккә китап” акцияһын уҙғара. Быйыл был акция 25 октябргә тәғәйенләнгән, сөнки мәктәп китапханаһына өр-яңы китаптар алдырыу йылдан-йыл ауырлаша, ә өйҙә уҡып сыҡҡан китабыңды башҡаларға ла уҡырға мөмкинселек биреү, китапханаға бүләк итеү – хуплауға лайыҡлы эш.

Әлеге ваҡытта 6-сы мәктәптең китапхана фондында 15297 китап бар, китапхананың электрон сайты эшләп килә. Киләсәктә китапхана фонды тағы ла артыр, уҡыусыларҙың һаны күбәйер, тип ышанабыҙ. Был йәһәттән мәктәп директоры Зилә Ғизәт ҡыҙы Ғәлимова, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гөлнара Булат ҡыҙы Абыҙгилдина һәм уҡытыусылар коллективы маҡсатлы эш алып бара, уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итерлек барлыҡ саралар күрелә. Яйлап улар электрон белем биреү системаһына күсәләр, хәҙер инде онлайн китаптар актуаллек ала бара.

Барлыҡ китапханасыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, уларға ныҡлы һаулыҡ, уҡыусыларҙың йылдан-йыл артыуы, китапханаларҙың байыуын теләйбеҙ.

Земфира ТАҺИРОВА.

Автор:Резеда Валиева