Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
5 Октябрь 2021, 10:15

Аҡыллы китаптар уҡығыҙ!

       Теләктәремме? Иң беренсе сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйем. Ә тәрбиәләнеүселәрегеҙгә былай тип әйтегеҙ: “Читайте умные книги, читайте, человеком станете!”             Һөнәри байрамығыҙ менән, хөрмәтле коллегалар!  

Аҡыллы китаптар уҡығыҙ!
Аҡыллы китаптар уҡығыҙ!

                Мин гел генә ошоғаса алған белемем менән ғорурландым. Мәктәп партаһы артында, шунан институтта алғандары менән!

            Александр Сергеевич  Пушкиндың “Евгений Онегин”ы, Лев Николаевич Толстойҙың “Война и мир”ы асылда юғары ҡатлам уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән. Иван Тургенев, Федор Достоевский, Николай Гоголь - улар ҙа әҫәрҙәрен ябай уҡыусы өсөн яҙмаған. Ә беҙ төпкөлдә йәшәгән ауыл балалары совет мәктәбендә дворяндарға тәғәйенләнгән әҫәрҙәр уҡып үҫтек, ана шуларҙан эстетик тәрбиә алдыҡ, үҙебеҙҙе илаһи юғарылыҡта тойҙоҡ. Хәйер, улайға уҡ китһәк, әүәлге совет мәктәбе, ундағы уҡытыу системаһы донъяла беренсе ине бит!

            Стәрлетамаҡ институтында уҡып йөрөгәндә филалогия фәндәре докторы В.А. За-рецкий нишләптер мине яҡын күрҙе, ябай студент менән аралашыуҙан, фекер алышыу-ҙан һис тә тартынманы. Уның әйткәндәре бөгөн дә ҡолаҡтарымда яңғырап тора төҫлө: “Хайдар, читай умные книги, читай, человеком станишь!”

            Эйе, әле атап үткән әҙиптәрҙең әҫәрҙәре аҡһөйәктәр кимәленә күтәрҙе, тормошом-до юғары һәм яҡты итте.

            Бөгөн рус классиктарының әҫәрҙәре әҙәбиәт дәрестәрендә төп урынды биләй микән? Күп йылдар мәктәптә эшләмәгәнгә күрә аныҡ ҡына яуап ҡайтара алмайым. Шулай ҙа ОГ, ЕГ-нан имтихан тапшырған, Гарри Поттер рухында тәрбиәләнгән яңы быуат уҡыу-сыһының аң-белем кимәленең үтә лә һай икәнлеген самалау ауыр түгел. Элек диктантта уҡыусы  ике-өс хата ебәрһә бөгөн инде ике һүҙҙә биш-алты хата. Былар нимә хаҡында һөйләй һуң?

            Яңыраҡ ҡаланың китап кибетенә боролдом. Кәштәләр китаптарҙың алғы бите ярым-яланғас ҡатын-ҡыҙ , йәиһә бысаҡ тотҡан юлбаҫарҙар, йән ҡыйыусылар һүрәттәре сыбарлағандар менән тулған. Ошонан аҙаҡ аҙғынлыҡ, ҡанһыҙлыҡ, хаяһыҙлыҡ ҡайҙан килә икән, тип аптырап бот сапҡан булабыҙ. Ә бөйөк рус яҙыусыларының әҫәрҙәре бер мөйөшкә ҡыҫырыҡланған, улар юҡ кимәлендә, башҡорт китаптары тураһында әйтеп тораһы ла түгел!

            Аптырағас Толстойҙың китаптарын һорап һатыусыға мөрәжәғәт иттем. Теге ми-нең алдыма ус аяһылай ғына дүрт китапсыҡ килтереп һалды. Беҙ уҡып үҫкән дүрт том-лыҡ бына ниндәй хәлдә тороп ҡалған икән, ҡыҙғаныс, үтә лә ҡыҙғаныс. Ошо китапсыҡтар ярҙамында әҙерләнәләр икән имтихандарға, ошоларҙы уҡып “ләззәт” ала,  “үҫә” икән  замана уҡыусыһы. Эсем бошоп, күңелем кителеп сыҡтым кибеттән.

            Хәҙер мәктәптә уҡытылған башҡорт теле хаҡында. 9-10 класҡа тәғәйенләнгән кита-птарҙа Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” әҫәре бүлектәргә бүлеп бирелгән. Һутлы тел менән яҙылған, башҡорт халҡының боронғо көнитмешен һүрәтләгән роман. Рус балаһы китаптағы ҡатмарлы тексты руссаға тәржемә итергә тейеш икән дә баһа! Уны ул эшләй аламы? Алмай, әлбиттә. Ә ҡулдан килмәгәнде эшләргә маташыу, ынтылып та һис ҡасан буйың етмәгәнгә үрелгән ише уҡыуға булған теләкте һү-ндерә.

Рус балаһы башҡорт телен яратып һәм теләп өйрәнһен ул: ябай аралашыу кимәлендәге әңгәмә аша, уларға ҡатмарлы грамматиканы өйрәтеү кәрәкмәй ҙә.

            Мәктәптә эшләп йөрөгәндә эргәмә уҡыусым килә һалып етеп ҡулын биреп күреште:

       - Һаумы, ағай?

       - Һаумы, Кирилл, хәлдәрең нисек?

       - Һәйбәт: көн матур, ҡала матур, кешеләр һәйбәт.

       - Әле ни эшләп йөрөйһөң?

       - Башҡортса өйрәнәм. Мин башҡорт телен яратам!

            Иртәгеһен мәктәпкә барғас класс журналына ҙур итеп “бишле” ҡуйҙым. Уҡыусым был билдәгә тулыһы менән лайыҡ ине.

            Бөгөн мәктәптә эшләүе еңел түгел: һөнәрҙең абруйы төшөп китте, уҡытыусы уҡытыуҙан айырылып бөтмәҫ-төкәнмәҫ отчеттар бирергә бурыслы, эш хаҡы ла шәптән түгел.

            Бына ошондай шарттарҙа, нисек тә булһа белем бирергә, баланы тәрбиәле итергә тырышырға кәрәк, башҡаса мөмкин түгел! Ә уның өсөн иң әүәл мәктәп программаһының төп өлөшөн аҡыллы китаптар биләһен!

            Теләктәремме? Иң беренсе сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйем. Ә тәрбиәләнеүселәрегеҙгә былай тип әйтегеҙ: “Читайте умные книги, читайте, человеком станете!”

            Һөнәри байрамығыҙ менән, хөрмәтле коллегалар!

 

           

 

      

Автор:Хайдар Тапаков