Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
30 Сентябрь 2021, 08:16

Хөрмәткә лайыҡтар көнө

       Һеҙҙең һәммәгеҙгә сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйем, килер көндәрегеҙ тыныс, яҡты, ҡояшлы булһын, байрамығыҙ менән, хөрмәтле оло быуын, һеҙ һис һүҙһеҙ оло хөрмәткә, ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ!

            Бер яҙмамда иҫләп тә киткәнем булды, беҙҙең ауылда Фәтхулла исемле ҡарт йәш-әне, фамилияһы Ҡоҙашев ине уның. Һуғышта бер ҡулын ҡалдырып сулаҡҡа ҡалғайны, мәгәр үҙенең зәғифлеген бар тип тә белмәне, башҡалар алдында һыр бирмәй, улар менән типә-тиң ярышып эшләп көн итте: һулаҡай ҡулындағы буш еңенә салғы һабын ҡайыш ярҙамында һыҡтырып бәйләй ҙә колхоз өмәһендә иң алдан баҡуй ярып төшә лә китә, унан ҡалһа сәләмәт ҡулында балта уйнатып, таптарҙы сәсрәтә сабып бура бурай. Бына ошондай шәп, егәрле, бөтмөр кеше ине ул.

            Беҙҙән ун биш саҡырымда ятҡан Ҡаҙыршала Шәрифулла Таулбаевты фиҙкәр хеҙ-мәте өсөн Ленин ордены менән бүләкләгәйнеләр, ауылыбыҙҙағы уҡытыусы Фәғилә Атан-ғолова “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ”, ҡырсылыҡ бригадиры Фазылйән Ҡаҙнабаев, агроном Сәлихйән Атанғолов, комбайнер Нурғәле Кадаев, элемтәсе Әүхәҙи Ҡоҙашевтар “Почет Билдәһе”нә лайыҡ булғайнылар, бөгөнгө көндә лә һин дә мин көн иткән Зәйнулла Ҡоҙашев та орденлы алдынғы малсы булды, механизатор Сәғәҙей Атанғоловҡа ни сәбәптәндер орден бирәһе, йәиһә миҙал тағаһы урынға уны Өфөгә саҡыртып ҡушкөбәк мылтыҡ тоттороп ҡайтарҙылар, мәгәр ағай миһырбанлы, мал йәнле булараҡ урман-ҡырҙар гиҙеп, һунар итеп, йәнлектең йәнен ҡыйып йөрөмәне..

            Бына ошондай шәп, эшһөйәр кешеләр, ауылдаштарым, улар ғүмер баҡый тыуған тупраҡҡа тирҙәрен түгеп, төйәгебеҙҙе йәмләп, матурлап йәшәне.

            Ауылдаштарым хаҡында һүҙ сыҡһа уларҙы һәр саҡ ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә ал-ам, уларҙың хеҙмәтен, уларҙың үҙҙәрен онотмайым. Улар ғынамы, барлыҡ оло быуындың көнө эштә үтте: сәсте-урҙы, балаларға белем бирҙе, сирлеләрҙе дауаланы, илде һаҡланы, ғөмүмән халҡына хеҙмәт итте, тирә-яғын матурланы, йәмле, нурлы, яҡты итте. Белгәндәрҙе генә хисапланым, ә мин белмәгән күпме, улар һәр ҡалала, һәр ауылда! Оло йәштәгеләрҙең барыһын да бер һүҙбәйләнеш менән генә - төҙөүселәр быуыны, тип атар инем.

            Хәҙер ололар Көнө тигән байрам бар, бәғзеләр уны ҡарттар көнө тип тә ебәргән була. Килешмәйем, тән ҡартайһа ла йән ҡартаймай, күңел, хыялда йөрөткән ынтылыштар һәр саҡ йәш һәм юғары ҡала, ошо байрамды “Хөрмәт көнө” тип атаһалар ҡайһылай ҙа шәп һәм урынлы булыр ине.

            Һеҙҙең һәммәгеҙгә сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйем, килер көндәрегеҙ тыныс, яҡты, ҡояшлы булһын, байрамығыҙ менән, хөрмәтле оло быуын, һеҙ һис һүҙһеҙ оло хөрмәткә, ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ!

Хөрмәткә лайыҡтар көнө
Хөрмәткә лайыҡтар көнө
Автор:Хайдар Тапаков