АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Сентябрь 2021, 10:40

Эшен яратҡан—бәхетле

  Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына һөнәр эйәһе ул—тәрбиәсе. Ә уның эше шул тиклем ҙур сабырлыҡ, аҡыл, һөйөү талап итә. Кескәйҙәрҙе яратмаған, бер туҡтауһыҙ эҙләнмәгән, яңылыҡҡа ынтылмаған, заман менән бергә атламаған кеше был һөнәрҙе үҙ итмәҫ ине. Күмәк балалар һәм уларҙың ата-әсәһе менән эшләү өсөн ҙур түҙемлелек тә кәрәк. Беҙ, Сибай ҡалаһының “Ҡурай” балалар баҡсаһына ул-ҡыҙҙарын йөрөтөүселәр, тәрбиәсебеҙҙән шул тиклем уңдыҡ.

Эшен яратҡан—бәхетле
Эшен яратҡан—бәхетле

Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына һөнәр эйәһе ул—тәрбиәсе. Ә уның эше шул тиклем ҙур сабырлыҡ, аҡыл, һөйөү талап итә. Кескәйҙәрҙе яратмаған, бер туҡтауһыҙ эҙләнмәгән, яңылыҡҡа ынтылмаған,

заман менән бергә атламаған кеше был һөнәрҙе үҙ итмәҫ ине. Күмәк балалар һәм уларҙың ата-әсәһе менән эшләү өсөн ҙур түҙемлелек тә кәрәк. Беҙ, Сибай ҡалаһының “Ҡурай” балалар баҡсаһына ул-ҡыҙҙарын йөрөтөүселәр, тәрбиәсебеҙҙән шул тиклем уңдыҡ.

Земфира Вәкил ҡыҙы Рәсүлева Баймаҡ районы 1-се Төркмән ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһенең тынғыһыҙ, фиҙакәр хеҙмәтен күреп үҫкән ҡыҙ күп уйлап тормай Туймазы ҡалаһындағы педагогия колледжына юллана. 2004 йылда башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә эйә тигәнде раҫлаған документты ҡулына алғас, ул юғары белем хаҡында хыяллана башлай. Магнитогорск дәүләт университетына ситтән тороп уҡырға инеп, тәрбиәсе һөнәрен дә алып ҡуя. 2005 йылда хеҙмәт юлын Сибай ҡалаһының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында башлай. 2015 йылда тәжрибәле педагогты “Ҡурай” балалар баҡсаһына саҡыралар. Әлеге көндә лә ошонда ең һыҙғанып эшләй, бар күңелен кескәйҙәргә һала ул. Уларҙы ныҡ ярата, һәр береһенә иркәләп, наҙлап ҡына өндәшә. Коллегалары Земфира Вәкил ҡыҙын ихтирам итә, намыҫлы эшен күрә һәм баһалай белә, әта-әсәләр ҙә уға бары тик рәхмәтле. Бөгөнгө көндә тәрбиәсе бар тырышлығын һалып сығарылыш төркөмөн мәктәпкә әҙерләй. Һәр көн иртән ул-ҡыҙҙарыбыҙҙың балалар баҡсаһына атлығып тороуы күпте һөйләй.

Земфира Вәкил ҡыҙының һөйөүе барыһына ла етә. Өйөндә ул уңған хужабикә, өлгөлө ҡатын, һөйөклө әсәй. Ире Райман менән ике бала үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Динара, улдары Шамил Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лице-йында белем ала. Өлгөлө ғаилә бер саранан да ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, “Спорт ғаиләһе” конкурсында ҡатнашҡандар, алдынғылыҡты бирмәгәндәр.

Ошондай тырыш, уңған, өлгөр, сос, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар донъяны биҙәй ҙә инде. Эшен дә, ғаиләһен дә тигеҙ тартып, матурлыҡ өләшеп йәшәгән тәрбиәсебеҙгә уңыштар, бәхет, һаулыҡ теләйбеҙ!

Ата-әсәләр исеменән—

Гүзәл Баҡтыбаева.

 Һүрәттә: З.В.Рәсүлева кескәйҙәр менән.

Автор:Резеда Валиева