АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
20 Сентябрь 2021, 10:50

Урманһыҙ йәшәү юҡ!

—Эшебеҙ еңелдән түгел. Айырыуса ҡоролоҡ мәлендә янғын сығыуы насар. Мәҫәлән, Ғәле ауылы янында урманға ут тоҡанғанда йыраҡтан һыу ташыныҡ. Һыуға иң ҡыҫҡа юл 6 километр ине. Унан әйләнеп килгәнсе күпме урман яна. Йылғалар ҡороп бөткән. Бик ҡурҡыныс хәл.

Урманһыҙ йәшәү юҡ!
Урманһыҙ йәшәү юҡ!

 

..Урман һәм кеше. Был ике төшөнсә, йәшәү менән һауа араһындағы бәйләнеш кеүек үк, айырылғыһыҙ. Кешелек донъяһы мәңгелек тибеҙ икән, бының урмандан башҡа булыуы мөмкин түгел. Йәғни кешелектең мәңгелек булыуы өсөн, урмандың мәңгелек булыуы шарт. Сөнки, ишеткәнегеҙ барҙыр, урманды ерҙең үпкәһе, тип йөрөтәләр. Бына ошо үпкәнең сиргә һабышыу ҡурҡынысы тыуҙы һуңғы йылдарҙа. Ә был сирҙең тора-бара нимәгә илтеүен беләһегеҙ: тының тарлығыуҙан үләһең. Ер-әсәне бына ошо яман сирҙән һаҡлау йөкмәтелгән беҙгә.
/Ноғман Мусин/

 

Урмандың иң оло хазина булыуын талантлы яҙыусыбыҙ Ноғман Мусиндан да матурыраҡ, төплөрәк итеп аңлатыу мөмкин түгелдер. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа “ерҙең үпкәһе” сирле. Һулаған һауабыҙ сығанағы, йылытыусыбыҙ, туҡландырыусыбыҙ, күңелгә ял һәм сихәт биреүсе урманыбыҙҙың ҡәҙерен белмәй китәбеҙ. Рөхсәтһеҙ ағас йығабыҙ, емеш йыябыҙ тигән булып ҡыуаҡтарҙы һындырабыҙ, ял иткән саҡта сүп-сар ҡалдырабыҙ, усаҡ яғабыҙ ҙа һүндермәй китәбеҙ… Шулай итеп, оло байлығыбыҙҙы юҡҡа сығарабыҙ.

Быйыл күп янғындар сығып, урман майҙанын күпкә кәметте. Оло бәлә беҙҙе берләштерҙе, халыҡ йыйылып ут һүндереүгә сыҡты. Ошо хәлдән һуң, бәлки, ниһайәт, кеше аңлар: “үпкә”һеҙ йәшәү юҡ! Халыҡтың аңлы ҡыланыуына өмөт иткәндә лә тормошобоҙҙо урман хужалығында намыҫлы эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙән тыш күҙ алдына килтереп булмай. Уларҙың даими күҙәтеүе, һәр эште контролгә алыуы, дәүләт йөкләмәләрен үтәүе урмандарыбыҙҙы һаҡлауға булышлыҡ итә. Был бурыстар Башҡортостан урман хужалығы министрлығына ҡараған “Урмансылыҡ идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Баймаҡ урмансылығы буйынса бүлегенә лә йөкмәтелгән. Илдар Әхәт улы Рахманғолов етәкләгән бүлек “Баймаҡ урман хужалығы” дәүләт автономлы учреждениеһы эшен контролдә тота. Бынан тыш, урман хужалығы министрлығына ҡараған “Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге”нең 3-сө типтағы “Йылайыр” урман янғыны станцияһының Баймаҡ участкаһы менән идаралыҡ итә. Әйткәндәй, нәҡ ошо участкаға быйыл бик күп эш эләгә. Станция бригадиры Әхәт Әхмәт улы Хәйбуллин әйтеүенсә, участкала 4 кенә кеше. Улар ҡарамағында “Урал” янғын һүндереү машинаһы, УАЗ-фермер, 2 МТЗ тракторы. Техникаларҙың барыһы ла төҙөк, янғын һүндереү ҡоролмалары менән йыһазландырылған.

—Йылдан-йыл эш ҡатмарлаша, сөнки ҡоролоҡ сәбәпле янғындар йыш сыға. Беҙгә һаҡлыҡты, уяулыҡта юғалтырға ярамай. Быйыл Ғәле ауылы янында ҙур янғын сыҡҡанда көнө-төнө эшләнек. Ярай әле, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре, халыҡ ихлас ярҙам итә, юғиһә беҙҙең генә ҡулдан килмәҫ ине. Йылғалар ҡороп бөткән, һыу менән тәьмин итеү ауыр. Беҙҙе башлыса машиналар эшләү заводы, “Водоканал” йәмғиәте һыу менән тәьмин итте. Квадракоптерҙың булыуы яҡшы, уның менән өҫтән күҙәтеп, ут сыҡҡан урындарҙы күреп торабыҙ,—ти Әхәт Әхмәт улы.

Уның һүҙҙәрен коллегалары Ришат Дауытов, Фуат Аҡбулатов, Радик Хәсәнов йөпләне:

—Эшебеҙ еңелдән түгел. Айырыуса ҡоролоҡ мәлендә янғын сығыуы насар. Мәҫәлән, Ғәле ауылы янында урманға ут тоҡанғанда йыраҡтан һыу ташыныҡ. Һыуға иң ҡыҫҡа юл 6 километр ине. Унан әйләнеп килгәнсе күпме урман яна. Йылғалар ҡороп бөткән. Бик ҡурҡыныс хәл. Икенсе йыл да ҡоролоҡ булһа, белмәйбеҙ инде, ни эшләрбеҙ, тип борсолабыҙ. Үҙебеҙ йәшәгән ер булғас, бар тырышлыҡты һалып эшләйбеҙ, арыһаҡ та зарланмайбыҙ. Ирекмәндәр ныҡ ярҙам итте,—ти улар.

Эйе, станция хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы—урманда янғын таралыуына юл ҡуймау, ут сығыу осраҡтарын кисектереү. Ә “Баймаҡ урман хужалығы” дәүләт автономлы учреждениеһында эшләгән коллегалары иһә ағас ултыртыу менән шөғөлләнә. Уларҙан тыш, урманды ҡуртымға алыусылар урман үҫтерә. Йыл башынан районда 532, 62 гектарҙа ҡарағай ултыртылған. Әммә бы-
йыл төбәктә 37 урында янғын сығып, 953, 3 гектарҙа урман янған. Тимәк, ултыртылғанына ҡарағанда юғалғаны күберәк. Был күптәрҙе уйға һалырға тейеш…

“Урмансылыҡ идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Баймаҡ урмансылығы буйынса бүлегенә Икенсе Этҡол, Юлыҡ, Баймаҡ, Сибай, Крепостной, Темәс бүлексәләре ҡарай. Уларҙа берәр урмансы эшләй. Урмансыларға “Баймаҡ урман хужалығы” дәлүәт автономлы учреждениеһының 7 мастеры ярҙам итә. Ғөмүмән алғанда, уларҙың берҙәм көсө урманды һаҡлауға йүнәлтелгән. Ҙур майҙанды бәләкәй көс менән булһа ла һаҡларға тырышыуҙары, дәүләт йөкләмәләрен ваҡытында үтәп ағас ултыртыуҙары, кәрәк ерҙә һирәгәйтеп бағып тороуҙары, янғындан ҡурсаларға тырышыуҙары маҡтауға лайыҡ. Эштәре еңелдән түгел, әммә бар көстәрен, күңелдәрен һалып үҙ бурыстарын үтәйҙәр. Тыуған ерен, уның тәбиғәтен яратҡан һәм уға һаҡсыл ҡараған кешеләр генә урмансылыҡта эшләйҙер, тип уйлайбыҙ. Уларҙың барыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотлап, бәлә-ҡазаһыҙ, имен-һау эшләүҙәрен теләйбеҙ.

Автор:Резеда Валиева