АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Июль 2021, 13:00

Ҡорбан байрам дауам итә

Мәрхәмәтлеккә, изгелеккә саҡырған Ҡорбан байрам өс көн бара. Мосолмандар ҡорбанлыҡҡа мал салып, мохтаждарға таратыуҙы, туғандарын, яҡындарын һыйлауҙы дауам итә.

Ҡорбан байрам дауам итә
Ҡорбан байрам дауам итә

20 июлдә мосолман донъяһы оло байрам—Ҡорбан ғәйетен билдәләне.
Ҡорбан байрамы Сибай ҡалаһының барлыҡ иман йорттарында ла уҙғарылды. Байрам намаҙы коронавирус сиренә ҡаршы барлыҡ профилактик саралар ҡулланып ойошторолдо. Намаҙҙан һуң башлыса уҙғарылған халыҡты һыйлауҙар быйыл тыйылды. Байрам намаҙҙары мәсет эсендә түгел, тышта саф һауала уҡылды.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ҡалалаштарҙы «Тәҡүә» мәсетендә тәбрикләне. Коллектив намаҙға ул да баҫты. Башлыҡ үҙенең сығышында Ҡорбан ғәйете кешелекте ғәҙеллеккә, миһырбанлыҡҡа өндәүен белдерҙе.
Байрам намаҙында 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Күптәр үҙҙәренә һәм ғаиләләренә именлек теләп хәйер таратты, бер-береһен ихлас ҡотланы.

Автор:Гульдар Кадаева