АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Июль 2021, 18:00

Сибайҙа ҡайҙа ҡорбан салырға була?

Мал һуйыу өсөн тәғәйенләнмәгән урында йорт хайуандарын салыу кешеләр өсөн административ штраф менән генә түгел, эпизотик һәм паразитар сирҙәр йоҡтороу менән дә хәүефле. Кәзә-һарыҡтарҙы,һыйырҙы һуйғанда эсәктәрендә, эске органдарында глист инвазияһы булыу булмауын тикшереү зарур. Зарарлы ерҙәрҙе ашарға ярамағанлыҡтан уларҙы ҡырҡып эт, бесәйҙәргә ташлайҙар. Сир йорт хайуандары аша кешегә йоғоуы ихтимал. Шуға күрә малды шәхси хужалыҡта һуйыу тыйыла.Ҡорбанлыҡты салырға һуң? Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта.  

Сибайҙа ҡайҙа ҡорбан салырға була?
Сибайҙа ҡайҙа ҡорбан салырға була?

20 июлдә мосолман донъяһы Ҡорбан ғәйетен билдәләй. Был байрам быуаттар аша беҙҙең көндәргә килеп еткән Ураҙа байрамынан һуң 70 көндән үткәрелгән, әһәмиәте яғынан Исламда икенсе һаналған иң оло байрам.
Ҡорбан ғәйете көнөндә диндарҙар, иртән ҡояш сығыу менән
йыйылышып, Аллаһ Тәғәләғә баш эйеп, байрам намаҙы уҡый. Хәле еткән һәр кеше ғаиләлә ҡорбан сала, мосолмандар, байрамса кейенеп, бер-береһен ҡотлай, ҡунаҡҡа йөрөй. Мул ҡуллылыҡ, киң күңеллелек күрһәтеп, ғаилә ағзалары, яҡын туғандар үҙ-ара бүләктәр бирешә. Күрше-күләндең, мохтаждарҙың күңелен күреү, итәғәт итеү, ҡәҙер күрһәтеү сауаптан һанала.
Мөбәрәк Зөлхизә айы - Ислам диненең бишенсе нигеҙе - Хаж ғәмәлен
үтәү айы. Был көндәрҙә Ер йөҙөнөң төрлө мәмләкәттәрендә йәшәгән бер нисә миллион мосолман изге Ҡәғбәтулла янында Хаж ғибәҙәтен атҡара.

Башҡортостан Республикаһының Диниә назараты Ҡорбан ғәйетен үткәргәндә санитар-эпидемиология нормаларын теүәл үтәргә саҡыра. 65 йәштән үткәндәргә, хроник ауырыуҙары булғандарға иң беренсе сиратта тын юлы, йәрәк-ҡан тамырҙары, шәкәр диабеты сире менән яфаланғандарға мәсеттәргә байрам намаҙҙарына барыу тәҡдим ителмәй. Ғәйет намаҙҙары алдынан иман йорттары һауаны һәм бинаны таҙартыу саралары ҡулланып йыйыштырыласаҡ. Байрам хутбаһы һәм намаҙ  ваҡытында мәсет эстәре елләтеләсәк. Мәсеткә ингән һәр кемдең тән температураһы үлсәнеп, битлек таратылып, ҡулдар зарарһыҙландырыу шыйыҡсалары һирпелеп индереләсәк. Иман йорто эсендә социаль арауыҡты тотоу зарур. Бынан тыш, ҡорбанлыҡ салғанда ла сикләүҙәр бар.

--Ҡорбан салыу махсус тәғәйенләнгән урында атҡарыласаҡ. Ул урын “Газпром” йәмғиәте яғындағы элекке ит комбинаты майҙансығында урынлашҡан. Таможня союзы ҡарарына ярашлы йыһазландырылған мал салыу урынында беҙҙең мобиль лаборатория эшләйәсәк. Йәғни белгестәр ҡорбанлыҡтарҙы һуйыр алдынан да ҡарай, артабан эшкәртелгәс эске органдарын тикшерә. Һарыҡ-кәзәләр хужалары малға справка ла күрһәтергә тейеш. Әгәр ҙә хайуандың эске органдарында сир барлығы асыҡланып, ул ашарға яраҡһыҙ тип табылһа, органдар утилгә ебәрелә.
Мал һуйыу майҙансығы тейешле кимәлдә йыһазландырылған, һыу бар, салыу урындары ла етерлек,-- ти Сибай ветеринария дауалау бүлегенең мал табибы
 Вадим Передельский.

Мал һуйыу өсөн тәғәйенләнмәгән урында ҡорбан салған өсөн граждандарға 500 һумдан алып 1 мең һумға ҡәҙәр административ штраф һалыныуы ихтимал. Етәкселәргә был сумма 3 меңдән алып 5 мең һум булыуы ихтимал. Штрафтарҙан тыш миҙалдың икенсе яғы ла бар.
--Мал һуйыу өсөн тәғәйенләнмәгән урында йорт хайуандарын салыу кешеләр өсөн административ штраф менән генә түгел, эпизотик һәм паразитар сирҙәр йоҡтороу менән дә хәүефле. Кәзә-һарыҡтарҙы,һыйырҙы һуйғанда эсәктәрендә, эске органдарында глист инвазияһы булыу булмауын тикшереү зарур. Зарарлы ерҙәрҙе ашарға ярамағанлыҡтан уларҙы ҡырҡып эт, бесәйҙәргә ташлайҙар. Сир йорт хайуандары аша кешегә йоғоуы ихтимал. Шуға күрә малды шәхси хужалыҡта һуйыу тыйыла.
Малды салыу майҙансығында ҡорбанлыҡты 20 июлдән алып 3 көн дауамында һуйырға була. Махсус бүленгән урында мал табиптары ла, салыусылар ҙа дежурлыҡ итәсәк,-- тип тә белгертте мал табибы Вадим Передельский.

Өс көн дауам иткән Ҡорбан байрамы донъяларҙа именлек нығыныуға, илдәр һәм кешеләр араһында татыулыҡ артыуға, тормоштарҙың күркәмләнеүенә сәбәп булһын.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гульдар Кадаева