Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Июль 2021, 20:10

ҠОРБАН САЛАЙЫҠ - САУАПТАРЫН АЛАЙЫҠ

Күптәрҙән “ҡорбан салдырырға кәрәк”, “ҡорбан ашы ашаттым әле”, “баламдың һаулығы өсөн ҡорбан салдыҡ” кеүегерәк һүҙҙәр ишетергә тура килә. Ғөмүмән, ҡорбан салыу тураһында күптәр хәбәрҙар. Әммә уның төп асылын, төп мәғәнәһен бик әҙҙәр генә белә. Белгәндәренең бөтәһе лә быны тулыһынса аңлап бөтмәй.Ҡорбан салһаң нимә була, салмаһаң ни көтә? Ошо һорауҙарға яуапты сайттан инеп уҡығыҙ.

Күптәрҙән “ҡорбан салдырырға кәрәк”, “ҡорбан ашы ашаттым әле”, “баламдың һаулығы өсөн ҡорбан салдыҡ” кеүегерәк һүҙҙәр ишетергә тура килә. Ғөмүмән, ҡорбан салыу тураһында күптәр хәбәрҙар. Әммә уның төп асылын, төп мәғәнәһен бик әҙҙәр генә белә. Белгәндәренең бөтәһе лә быны тулыһынса аңлап бөтмәй.
Ҡорбан салыу – Аллаһ Тәғәләнең әмерҙәренең береһе:
“...Раббың өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал” (108:2).
Ул – шәриғәт ҡанундарының береһе. Биргән ниғмәттәре өсөн шөкөр итеп, Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан салыу – сөннәт.
Ҡорбан салыу – Аллаһҡа ғына тәғәйенләнгән ғибәҙәт төрҙәренең береһе. Шуның өсөн дә ҡорбанлыҡ малын тик Аллаһ өсөн, Уның ризалығына ирешеү ниәте менән салырға кәрәк. Ҡорбанды бер ниндәй ҙә әүлиәләр өсөн, фәрештәләр өсөн дә, пәйғәмбәрҙәр өсөн дә салмайҙар. Быны эшләгән кеше Исламдағы иң ҙур гонаһ – ширк – ҡыла һәм мосолман булыуҙан туҡтай.
Ҡорбан салыуҙың шарттары.
Малды ҡорбан итеп салыу динебеҙҙә ҡабул ителгән шарттарға тап килергә тейеш. Шул осраҡта ғына был ғәмәл дөрөҫ тип иҫәпләнә һәм Аллаһ тарафынан ҡабул ителә.
Ҡорбанлыҡҡа тик йорт малдарын ғына салалар.
Мәҫәлән, һыйыр, һарыҡ һәм кәзә.
Малдың йәше еткән булырға тейеш.
Мәҫәлән, һыйырға – ике, кәзәгә бер йәш тулырға тейеш. Һарыҡтарҙы алты айлыҡ саҡтарында ҡорбан итергә була.
Ҡорбанлыҡ малының етешһеҙлеге булырға тейеш түгел.
Күҙҙәрендәге асыҡтан-асыҡ күренеп торған етешһеҙлек. Мәҫәлән, улар үтә ныҡ ап-аҡ, йә аҡшайып күҙ ҡабаҡтарынан сығып тора.
Мал ауырыу булырға тейеш түгел.
Мал аҫҡаҡ булырға тейеш түгел.
Үтә арыҡ мал да ҡорбанлыҡҡа бармай.
Әгәр ҙә алдан ҡорбан итеп тәғәйенләнгән малдың үрҙә һаналған етешһеҙлектәре барлыҡҡа килһә, уны икенсеһе менән алыштыралар. Шуға күрә ҡорбанлыҡ малын уны имгәтерҙәй ауыр эштә ҡулланмаҫҡа кәрәк.
Мал ҡорбан салған кешенеке булырға тейеш.
Урланған, кемдәндер талап, йә алдап алынған малды ҡорбан итергә ярамай. Аллаһ тик хәләл малды ғына ҡабул итә.
Ул малға башҡа сит кешенең хоҡуғы булырға тейеш түгел.
Мәҫәлән, ул мал кемгәлер вәғәҙәләнгән, йә залог булараҡ әйтелгән.
Ҡорбан билдәле бер ваҡытта салынырға тейеш.
Зөлхизә айының унынсы көнөндә, Ҡорбан байрамы намаҙынан һуң. Йә иһә, шул уҡ айҙың ун беренсе, ун икенсе һәм ун өсөнсө көндәрендә. Был көндәрҙе тәшриҡ көндәре тип йөрөтәләр. Башҡа ваҡытта салынған ҡорбан дөрөҫ булмай.
Ғөмүмән, ҡорбанлыҡ малын Ҡорбан байрамы намаҙына тиклем һәм Зөлхизә айының ун өсөнсө көнөндә ҡояш байығандан һуң салырға ярамай. Әгәр ҙә ҡорбанлыҡ тип тәғәйенләнгән мал ниндәйҙер сәбәптәр менән ҡасып китһә, уны һуңыраҡ салырға рөхсәт ителә. Сөнки бында хужаның ғәйебе юҡ.
Ҡорбан салыр алдынан нимәләрҙе белергә кәрәк?
Бер кеше үҙе һәм ғаиләһе исеменән бер һарыҡ йә кәзә сала ала. Ике кеше бергә йыйылып һарыҡ йә кәзәне ҡорбан итә алмай. Бер һыйырҙы ете кеше йыйылып үҙе һәм ғаиләһе исеменән ҡорбан итә ала. Ә инде һигеҙ кеше быны эшләй алмай. Сөнки һыйырҙың етенән бер өлөшө бер һарыҡҡа йәки кәзәгә бәрәбәр.
Салғандан һуң ҡорбанлыҡ малының итен өс өлөшкә бүләләр: бер өлөшөн хужа үҙе ашай, икенсеһен бүләк итә, өсөнсөһөн мохтаждарға саҙаҡа итеп бирә. Ҡорбан малының итен дә, тиреһен дә, йөнөн дә һатырға ярамай.
Ҡорбан салырға ниәт иткән кешегә Зөлхизә айы башланыу менән сәсен, тырнаҡтарын ҡырҡырға, тиреһенең ниндәйҙер бер өлөшөн һыҙырып ташларға ярамай. Был эштәрҙән ҡорбан салғансыға тиклем ары торорға кәрәк. Әгәр ҙә инде уның бындай ниәте Зөлхизә айы башланғас барлыҡҡа килһә, шул ниәте барлыҡҡа килгән ваҡыттан алып ошо эштәрҙән баш тартырға тейеш.
Ҡорбан малын салыуҙың шарттары.
  1. Ҡорбан салған кеше бәлиғ һәм үҙ аҡылында булырға тейеш. Тимәк, балаларҙың, иҫеректәрҙең, йәки аҡылға еңелерәктәрҙең салыуы дөрөҫ булмай.
    1. Малды салған кеше мосолман булырға тейеш. Үҙҙәрен христиан, йәки йәһүди тип иҫәпләүселәрҙең салыуы ла дөрөҫ була.
      1. Салған кешенең тап салыу тигән ниәте булырға тейеш.
      2. Мәҫәлән, осраҡлы рәүештә генә малға бысаҡ ҡаҙап үлтереү салыу тип иҫәпләнмәй.
        1. Мал Аллаһ өсөн салынырға тейеш.
        2. Малды бер ниндәй ҙә әүлиәләр, фәрештәләр, ендәр өсөн салырға ярамай.
          1. Малды Аллаһ исеме менән салырға кәрәк.
          2. Йәғни, салыр алдынан “БисмиЛләһ” тип әйтеү зарур.
            1. Малды осло һәм үткер нәмә менән салырға кәрәк.
            2. Был бысаҡ, таш, быяла йә берәй тимер булырға мөмкин. Малды быуып йәки ток менән үлтерергә ярамай.
              Әгәр ҙә бысаҡ үткер булмаһа, был малға ыҙалыҡ килтерәсәк.
              1. Салған ваҡытта малдан ҡан сығарылырға тейеш.
              2. Ҡан уның муйынынан сығарыла.
                1. Сала торған мал хәләл булырға тейеш.
                2. Шәриғәт тарафынан рөхсәт ителгән генә малды салырға ярай. Мәҫәлән, урланған йәки талап алынған малды ҡорбанлыҡ итергә ярамай.
                  Ҡорбан салыуҙың шулай уҡ икенсел тәртиптәре лә бар. Йәғни, улар ғибәҙәттең дөрөҫ булыуы өсөн шарт булып тормай. Әммә уларҙы үтәү маҡтауға лайыҡ. Малды салыр алдынан уның алдында бысаҡты үткерләмәҫкә, уға бысаҡты күрһәтмәҫкә тырышырға кәрәк. Шулай уҡ малды икенсе малдың күҙ алдында салырға кәңәш ителмәй.
                  Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, ҡорбан салыу – ул ғибәҙәт. Ул бөтә шартына килтереп үтәлгәндә генә дөрөҫ буласаҡ һәм Аллаһ тарафынан ҡабул ителәсәк. Иң мөһиме, бер нәмәне иҫтә тотоу зарур – ғибәҙәт тик бер Аллаһ өсөн генә башҡарыла. Һәр ғәмәлдәрегеҙҙә лә тик Раббыбыҙҙың ғына ризалығын эҙләгеҙ.
                  Нәркәс Алсынбаева.
                  Автор:Гульдар Кадаева