АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Июнь 2021, 09:45

“Ҡарабай”ҙы йырлайҙар

Республикабыҙ иң эре халыҡ-ара йолалар мәҙәниәте фестивален – бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итергә әҙерләнә. Фестиваль 3 июлдә башлана һәм 10 июлгә ҡәҙәр дауам итә. Сараға 43 илдән 500 меңдән ашыу кеше килеүе, сағыу сығыштарҙы 3 миллион тамашасы күҙәтеүе көтөлә. Фольклориада делегаттары араһында венгр коллективы Кечкемет та бар. Улар 8 июлдә Сибайға ла киләсәк. “Кечкемет” халыҡ бейеүҙәре коллективы фольклориадала Башҡортостан халҡына айырым сюрприз әҙерләгән. Улар бер нисә ай дауамында “Ҡарабай” башҡорт халыҡ йырын өйрәнгән. “Ҡарабай” – башҡорт халҡының ҡыҫҡа шаян көйө, уны егеттәр бейергә оялған ҡыҙҙарға ҡарата бағышлап йырлаған. Тулыраҡ сайтта.

Республикабыҙ иң эре халыҡ-ара йолалар мәҙәниәте фестивален – бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итергә әҙерләнә. Фестиваль 3 июлдә башлана һәм 10 июлгә ҡәҙәр дауам итә. Сараға 43 илдән 500 меңдән ашыу кеше килеүе, сағыу сығыштарҙы 3 миллион тамашасы күҙәтеүе көтөлә. Фольклориада делегаттары араһында венгр коллективы Кечкемет та бар. Улар 8 июлдә Сибайға ла киләсәк.
“Кечкемет” халыҡ бейеүҙәре коллективы фольклориадала Башҡортостан халҡына айырым сюрприз әҙерләгән. Улар бер нисә ай дауамында “Ҡарабай” башҡорт халыҡ йырын өйрәнгән. “Ҡарабай” – башҡорт халҡының ҡыҫҡа шаян көйө, уны егеттәр бейергә оялған ҡыҙҙарға ҡарата бағышлап йырлаған.
Билдәле булыуынса, венгрҙарҙың тарихи тамырҙары башҡорт халҡы менән бәйле. Был күренеш ике телдең фонетикаһында һәм лексикаһында асыҡ сағыла. Шуға күрә лә туғандаш халыҡтар коллективына башҡортса йырҙы отоп алыу ҡыйын булмай.
Бөтә донъя фольклориадаһы дегегаттарының сағыу сығыштарын 8 июлдә Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанында ҡарай алаһығыҙ.

#командахабирова #минкультрб #минкультурырб #мкрб #министерствокультуры #культура #культурарб #культурасибай #новости #новостисибай #башкортостан#кмб #культурныймирбашкортостана

Автор:Гульдар Кадаева