Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Июнь 2021, 10:25

Ҡунаҡтар ҡаршыларға әҙербеҙ

Республикабыҙҙа Бөтә Донъя фольклориадаға етди әҙерлек бара. Июль айы башында ҡунаҡсыл башҡорт ере төрлө милләт вәкилдәренең ижади коллективтарын ҡаршы аласаҡ.3 июлдә Өфөлә алтынсы бөтә донъя фольклориада башлана. Унда 50 илдән 1500 яҡын кеше ҡатнашасаҡ. Бындай сара төбәктә генә түгел, Рәсәйҙә беренсе тапҡыр ойошторола. Башҡалала булғандан һуң ҡунаҡтар ҡала һәм райондарға ла сәфәргә сыға. Сибайға бер төркөм сит ил ҡунаҡтарының 8 июлдә килеүе көтөлә. Сарала төрлө илдәрҙең фольклор коллективтары үҙ-ара музыка, бейеү, ҡул эштәре һәм кәсептәр сәнғәте, халыҡ уйындары һәм йолалар ярҙамында аңлашасаҡ.

Республикабыҙҙа Бөтә Донъя фольклориадаға етди әҙерлек бара. Июль айы башында ҡунаҡсыл башҡорт ере төрлө милләт вәкилдәренең ижади коллективтарын ҡаршы аласаҡ.
3 июлдә Өфөлә алтынсы бөтә донъя фольклориада башлана. Унда 50 илдән 1500 яҡын кеше ҡатнашасаҡ. Бындай сара төбәктә генә түгел, Рәсәйҙә беренсе тапҡыр ойошторола. Башҡалала булғандан һуң ҡунаҡтар ҡала һәм райондарға ла сәфәргә сыға. Сибайға бер төркөм сит ил ҡунаҡтарының 8 июлдә килеүе көтөлә. Сарала төрлө илдәрҙең фольклор коллективтары үҙ-ара музыка, бейеү, ҡул эштәре һәм кәсептәр сәнғәте, халыҡ уйындары һәм йолалар ярҙамында аңлашасаҡ.
Фольклориаданы ойоштороуҙа кураторҙар мөһим роль уйнай. Улар коллективтарҙы ҡаршы ала, ерлек менән таныштыра, бөтә ергә лә оҙатып йөрөй. Бөгөнгө көндә ҡаланың социаль өлкәһендә эшләүселәр, атап әйткәндә мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре куратор булырға ризалыҡ биргән һәм был эшкә тотонорға тулыһынса әҙерҙәр.
--Сибайҙар 8 июлдә мәртәбәле сараға ҡушыла. Фольлориаданы ауыҙ-тел ижады олимпиадаһы тип атарға була. Бында халыҡтар тел ярҙамында түгел, йыр-моң, бейеү аша бер-береһе менән аралаша, тыңлай, ярыша. Сағыу тамашанан ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам,--ти куратор вазифаһын башҡарасаҡ йәштәр моделле китапханаһының уҡыу залы мөдире Гөлфирә Әлмөхәмәтова.
Сибайҙар ижади коллективтар ҡатнашлығында үҙенсәлекле концерттарҙан тыш, ҡунаҡтарға төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ кластары, интерактив майҙансыҡтар, парад ойошторорға иҫәп тота. Бөтә саралар ҙа open-air рәүешендә, йәғни асыҡ һауала уҙасаҡ. Сараларға инеү бушлай, тик социаль арауыҡты тоторға, битлек кейергә онотмаҫҡа ғына кәрәк.
фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

#командахабирова #минкультрб #минкультурырб #мкрб #министерствокультуры #культура #культурарб #культурасибай #новости #новостисибай #башкортостан#кмб #культурныймирбашкортостана

Автор:Гульдар Кадаева