АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Июнь 2021, 22:20

Һеҙҙекеләр баҫамы ни? Үәт, беҙҙекеләр баҫа...

Сибайҙа бындай күңелле сара тәүгә ойошторолдо һәм ул һуңғыһы булмаҫ...

Һеҙҙекеләр баҫамы ни? Үәт, беҙҙекеләр баҫа...
Бөгөн Сибай ҡалаһының “Сайран” ял базаһында бик күңелле сара үтте. Үтте тип яҙыу ҙа дөрөҫ булмаҫ, ул әле лә дауам итә, кешеләр ағыла...
Сараны ял базаһының етәксеһе Нәйлә Рәхмәтуллина ойошторған. “Дәртле йәшлек бейеүҙәре—һағындырҙың, ритайым” исемле кисәгә олоһо ла, кесеһе лә йыйылды.
Тәүҙә күптәр ситтән күҙәтеп кенә торһа, аҙаҡ дәртләнеп бейеүселәргә ҡушылып китте. Күмәкләшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп тыпырлатып бейене, уйындарҙа ҡатнашты, таҡмаҡ әйтеште, бүләктәр отто. Сараны алып барыусы—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғизәтуллина барса халыҡты дәртләндереп, ҡеүәтләп торһа, музыканттар – Дим Шәрәфиев һәм Айнур Әминев ритайымға йыйылыусыларҙы гармун һәм ҡурай көйөнә бейетте.
Сағыу һәм күңелле сараға милли кейемдә килеүселәр ҙә бар ине. Уларға инеү хаҡы 50 процент ташлама менән ҡуйылды. Айырыуса һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре әүҙемлек күрһәтте. Улар милли күлдәктәрҙә генә килеп ҡалманы, һәр төрлө конкурстарға ла беренсе булып ҡушылды.
Ял базаһы етәкселеге әйтеүенсә, халыҡтың теләге булһа, ритайым даими ойоштороласаҡ.

Милли сара – ритайым тағы ла уҙғарылһа, унан ситтә ҡалмаҫһығыҙ, килерһегеҙ, тип ышанабыҙ.