Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Май 2021, 21:00

Наҙарғолдар көтә ҡунаҡ...

Ҡунаҡ килһә, һәр кем һый әҙерләп кенә ҡалмай, йорт-ихатаһын да матурлай, шулаймы? Хәйбулла районы Һаҡмар-Наҙарғол ауылы халҡы “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” сараһына әҙерләнеп, үҙҙәренең төйәген күркәмләндереүгә күмәкләп көс һала. Мәҫәлән, ир-егеттәр ауылға ингән ерҙе кәртәләгән. Өмәгә ситтә йәшәүсе ауылдаштары ла ҡушылған. Ә бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар мәсетте шаллаған (буяған). Иман йорто күркәмләнеп ҡалған.

Байрамды имен-һау, күңелле итеп уҙғарырға яҙһын!

Ә һеҙҙең тарафта халыҡ ошондай өмәләрҙә әүҙемлек күрһәтәме?