АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
17 Май 2021, 10:00

Ә ҺЕҘ КӘКҮК СӘЙЕ ЭСТЕГЕҘМЕ?

Ә бына Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы уны тәмләгән...

--Ауылыбыҙ тәбиғәте муйыл сәскәһенә күмелгән матур мәлдә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, балалар менән йылға буйына "Кәкүк сәйенә" йыйылдыҡ. Йылғаға төшөп һыу һибешек, ямғыр саҡырҙыҡ,--ти Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы клубы мөдире.
Яҙҙың шифалы үләндәренән бешерелгән тәмле аш, ҡырҙа ҡайнаған сәй барыһына ла оҡшаған.
Шулай уҡ төрлө уйындар уйнап күңел асҡандар, муйыл төптәренә кәкүккә, башҡа ҡоштарға ризыҡтар ҡалдырып, кәкүк ауылға инмәһен, бәлә килмәһен, тип теләп, тәбиғәткә рәхмәттәр әйтеп хушлашҡандар.