АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Май 2021, 22:20

ӘЙЕНСЕЛӘҮ - МИЛЛИ ЙОЛАБЫҘ

Баймаҡ ҡалаһында, Йәрмөхәмәт ауылында балалар әйенселәгән... Ә һеҙҙең тарафта был йола һаҡланамы?

Әйенселәү (ҡайһы яҡтарҙа уны “әйселәү”, “байрамсылау” һ.б. тип тә әйтәләр) – башҡорт халҡының бик борондан килгән йолаһы. Уның тамырҙары исламға тиклемге осорҙарға барып тоташа. Артабан ул ислам дине йолалары менән бергә уҡмашып, Ураҙа һәм Ҡорбан айыты, йәғни байрамы көнө балалар борон-борондан, тоҡсай тотоп, өйҙән-өйгә йөрөп, әйенселәгән. Өй һайын ололар уларҙың тоҡсайҙарына тәм-том, ризыҡ-тәғәм һалып сығарған.
Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә, Йәрмөхәмәт ауылында балалар әйенселәгән.
--Балаларға күркәм йолаларҙы өйрәтеүсе ололарға рәхмәт, - тип яҙа Баймаҡ ҡалаһынан Сәрүәр Иҙелбаева социаль селтәрҙә.
Күптәр быны хәйерселәп, тамаҡ теләнселәп йөрөү тип оҡшатмай. Был фекер дөрөҫмө икән? Ни өсөн тигәндә балалар тәм-томға бик ҡыуана. Йыш ҡына урамда ла "Хәйер булһын" тип кескәйҙәргә тәмлекәс, йә аҡса тоттороп китәләр. Ә бында байрам йөҙөнән үҙҙәре барып ала. Христиандар ҙа постары тамамланғас, шулай эшләй. Балалары ҡаттан ҡатҡа күтәрелеп, фатир һайын туҡылдатып йөрөгәнен күргәнебеҙ ҙә, тәмлекәстәр биргәнебеҙ ҙә бар. Тимәк, һәр бер халыҡта ошондайыраҡ йола йәшәй.
Кемгә нисектер, балаларҙы ҡыуандырыуҙың хилафлығы юҡтыр, тибеҙ...
Ә һеҙҙең балалар әйенселәп йөрөнөмө? Өйрәтәһегеҙме йолаларҙы? Әллә һеҙ әйенселәүгә ҡаршымы?