Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Май 2021, 14:45

Байрам бүләге алып ҡыуандылар!

Йылайыр районында балалар мәшғүллегенә ҙур иғтибар бүленә.

Ураҙа байрамында Йылайыр районы Йылайыр ауылында балалар өсөн спорт байрамы ойошторолдо. Кескәй спортсылар төрлө уйындарҙа ҡатнашты һәм һәр уйын һайын мәрәй йыйҙы. Уйын аҙағында мәрәйҙәр һанына ҡарап, бүләктәр алып ҡыуанды! Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре спорт байрамын ойоштороусыларға ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе!
Фотолар район хакимиәте сайтынан алынды.