АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Май 2021, 17:05

Тура трансляция буласаҡ

Проспектҡа хәрби техника сығасаҡ...

Кисә респубулика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Бөйөк Еңеүгә 76 йыл тулыуҙы билдәләү сараһына әҙерлек тикшерелде.
-- Коронавирусҡа бәйле, ябыҡ биналарҙа күп саралар үтмәй. Байрамды асыҡ һауала санитар-эпидемиологик нормаларға таянып ҡына билдәләйбеҙ, - тине республика Башлығы.
Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов әйтеүенсә, 9 май Өфөлә тантаналы сара үтә. Сәғәт иртәнге 10 -да Октябрь проспектынан хәрби техника уҙа. Бөтә ҡатнашыусылар битлектә буласаҡ. Саҡырылыусы ветерандарҙан коронавирусҡа тест аласаҡтар һәм шәфҡәт туташтары, ирекмәндәр оҙатыуында айырым транспортта алып киләләр. Байрам сараһын БСТ, "Башҡортостан -24", "Вся Уфа" телеканалдары тура трансляцияла күрһәтә.
- Онлайн форматта үтәсәк "Үлемһеҙ полк" акцияһында республика халҡы әүҙем ҡатнаша. Был тәңгәлдә Башҡортостан лидерҙар рәтендә. 87 мең кеше үҙ геройҙары фотоһүрәтен ебәргән дә инде. Был бик яҡшы күрһәткес, - тип халыҡтың патриотик тойғоһона юғары баһа бирҙе Радий Хәбиров.